Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 11:05

Башҡортостан ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһында

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ла Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контракт  төҙөй. Башҡортостан юлдаш телеканалында шундай ҡыйыу гүзәл заттарҙың береһе хаҡында һөйләнеләр.

Башҡортостан ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһындаБашҡортостан ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһында
Башҡортостан ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһында

«Снайпер» позывнойлы хәрби — үҙенең подразделениеһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Уның контракт буйынса хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. Телеканал журналистары һүҙҙәренсә, «Снайпер» элек сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, уның профессиональ әҙерлеге махсус операция зонаһында ла бик кәрәк: яҡташыбыҙ эре тоннажлы «Урал» һәм хатта танктар менән оҫта идара итә.

«Мин бер ҡасан да илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың хаттары беҙгә ышаныс, көс бирер тип уйламағайным: «Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, барыһы ла яҡшы булыр!» тигән һүҙҙәр бар унда. Бына ошо балаларҙың киләсәге өсөн унда булырға тейешбеҙ», - тип «Снайпер»ҙың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Яугирҙең әсәһе бер нисә тапҡыр ҡыҙын кире күндерергә өгөтләгәс, «Снайпер» уға: «Әсәй, һин минең урында булһаң, нимә эшләр инең?» - тип һорай. Әсәнең яуабы ҡыҫҡа була: «Мин дә Тыуған ил һағына баҫыр инем».

Контракт төҙөү өсөн республикала йәшәүселәр берҙәм белешмә номеры буйынса 117, Ситуация үҙәгенә 122 йәки +7 (347) 218-19-19, «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/bash-ortostan-y-y-mahsus-h-rbi-operatsiya-zona-ynda-kontrakt-he-m-te-t-zhrib-en-ullana-3564102

 

Автор:
Читайте нас