Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Декабря 2023, 11:20

Дәфтәр тикшергән арала ижад дәфтәренә үрелеп....

Гөлнар АСҠАРОВА Белорет районының Йөйәк ауылында донъяға килгән. БДУ-ны тамамлаған. Асы, Йөйәк мәктәптәрендә эшләй. Белорет районының Зөбәй Үтәғолов исемендәге премияһы лауреаты. Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡыусылары менән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Дәфтәр тикшергән арала  ижад дәфтәренә үрелеп....Дәфтәр тикшергән арала  ижад дәфтәренә үрелеп....
Дәфтәр тикшергән арала ижад дәфтәренә үрелеп....

...Әле үҙе мәктәптә уҡыған саҡта киләсәктә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булырға хыялланған бала, иманым камил, филологтар ҙа дәллиләр, мотлаҡ кескәй генә булһа ла шиғыр яҙып ҡарағаны бар. Был шөғөлдө кемдер артабан үҫтерә, кемдер шул тәүге дүрт юллыҡтар менән тарихта ҡалдыра. Әле аҙаҡ та “шиғриәт ене” ҡағылып-ҡағылып алғанда күптәр студент йылдарында, эшләй башлағанда ижадты ташламай, хатта дәрестәре, отчеттары, пландары менән уҡытыусылыҡ бурыстары баҫҡанда ла остоҡ ҡына ваҡытын күңелендә аҙна, ай буйы йөрөткән образын, юлдарын аҡ ҡағыҙға теркәргә бүлергә ынтыла. Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы ла шундай, ижад менән йәнәш барыусы уҡытыусы, шәхес.

Ул үҙенең шиғри донъяһында күберәк тәбиғәт лирикаһына мөрәжәғәт итә, хәйер, был тәбиғи ҙә, сөнки Белореттың ҡая-тауҙарын урман-йылғаларына һоҡланып үҫкән шәхес өсөн был яҡын тема. Бынан тыш, фәлсәфәүи, милләт һәм уның киләсәге, тыуған ил тураһында уйланыуҙарға бәйле юлдары ла бар авторҙың. Әлбиттә, киләсәктә был лирикаларҙың һәммәһенә туҡталырбыҙ. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға хөрмәт-ле уҡытыусының иң изге төшөнсәләрҙең береһе – кендек ҡаны тамған ергә бағышланған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Тел дә бит буш һауала үҫешмәй, үҙенән үҙе һаҡланып ҡалмай. Тыуған ерҙән һут алып, көс туплап, шул ерҙең ҡәҙерен белгән-аңлағандар үҫтерә телебеҙҙе.

Рәмил МАНСУРОВ.

Мин, әйтерһең, бала әсә ҡарынында,
Йоҡомһорап, иҙерәйем был тынлыҡта.
Күңелемә сикһеҙ йылы, тыныс, ышыҡ,
Көмөштәй саф тамсыларын һирпә ысыҡ.

Ҡосағыма алам һомғол ҡайындарым,
Ҡушыламын, гүйә, бүлеп йөрәк майым.
Беҙ – бер бөтөн, һиҙәм бары кескәй йәндә
Тәнем буйлап йылы ҡаным тиртеп – тиртә.

Туҡтаһа ла бер көн күкелдәүҙән кәкүк,
Алыҫтарға китеремде хәбәр итеп,
Мин иҫләрмен еҫен әсе әрем,
Ҡайтыр кеүек шул мәл кире кәрем.

Мин түгелмен йәрем ҡосағында,
Ләкин тоям барыбер шул сағымда:
Булһаң да һин өнһөҙ, сихри урман,
Шишмә булып тамырыңа һутым ҡоям...

Мин тағы ла тәбиғәт ҡосағында...

Тыуған яғыма ҡайтам да...

Тыуған яғыма ҡайтам да
Менәм бейек тауҙарға...
Ирәйә йән,
Яҙыла тән,
Осам әллә ҡайҙарға!

Тыуған яғыма ҡайтам да
Төшәм шишмә буйына...
Үҙе һалҡын,
Йәнгә танһыҡ
Ҡойонамын һыуына.

Тыуған яғыма ҡайтам да
Үтәмен урамдарҙан.
Һоҡланамын
Татыу, ҡотло
Ғаилә ҡорғандарға.

Тыуған яғыма ҡайтам да
Алам көс, ғәйрәт, илһам.
Һин минһеҙ йәшәй алһаң да,
Ғәзиз ерем,
Берҙән-берем,
Мин һинһеҙ йәшәй алмам!

Ҡайтып киләм

Эшем теүәл. Кәйефтәр ҙә көр.
“Тимер ат” елдерә генә –
Ҡыуып һин өлгөр!
Беҙҙең менән йүгерешә
Ағас-ҡыуаҡтар.
Йүгерешә бағаналар,
Һарай һәм йорттар.
Аҡ яғалы йәшел тунын,
Аҡ бүрек кейеп,
Оҙата кеүек шыршылар,
Баштарын эйеп.
Ағас араһынан ҡояш
Күҙкәйен ҡыҫты.
Ҡыҙылға буяп донъяны,
Һыртҡа ул боҫто.
Болоттар шаяра күктә,
Елдәрҙән ҡасып.
Әйтәләр төҫлө: “Барығыҙ,
Юл һеҙгә асыҡ!”
Ҡайтып барам.
Эшем теүәл. Кәйефем дә көр.
“Тимер ат” елдерә генә,
Талпына күңел.

Япраҡ

Йәшел япраҡ ҡапыл осоп килеп,
Еүеш тәҙ(е)рәмә һырышты.
Елдең зәһәр өҙөп-йолҡоуынан
Ҡотолорға, ахыры, тырышты.

Ә ел ҡотора...Һары япраҡтарҙы
Саң туҙаны кеүек туҙҙыра.
Ағастарҙан тартып йолҡоп ала,
Тыуған ояһынан, эй, ҡыуа...

Заман елдәре лә шулай ҡыуа
Сит тарафҡа ҡатын, ирҙәрҙе.
Балаларын ҡалдырып китә улар,
Ҡалдырып китә тыуған ерҙәрҙе.

Уята алмай әсәй һыйпап сәстән,
Һирәк яңғырай атай тауышы.
Оҙатып ҡала уларҙы киткән саҡта
Моңһоу ғына бала ҡарашы.

Япраҡ кеүек төрлө тарафтарға
Һибелешә йәше, ҡарты ла.
Елдәр генә бер ҙә ыңғай иҫмәй,
Иҫә кеүек бары ҡаршыға.

...Тәҙ(е)рәмә сирткән йәшел япраҡ
Ағас төбөнә барып һырышты.
Тыуған ерен ташлап китмәйем, тип
Эй тырышты япраҡ, тырышты.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас