

Бәйгенең беренсе йәки ҡала этабы 2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 11 ғинуарына тиклем үтә. Зональ этаб 2024 йылдың 11 ғинуарынан 1 февраленә тиклем була – унда ҡала кимәлендәге еңеүселәр ҡатнаша, жюри һәр номинация буйынса конкурстың зона этабы еңеүсеһен бил-дәләй. Артабан иһә һуңғы, республика этабы һәм еңеүселәр йәнә Стәрлетамаҡта 1 мартта “Етегән” – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында йәки
Башҡорт ғаиләһе көнөндә иғлан ителәсәк.
Башҡорт ғаиләһенә конкурста ҡатнашыу өсөн бер ҡыйынлыҡ та юҡ: тик законлы никахта торорға, ғаиләлә өс йәки унан күберәк ағза булырға, башҡортса һөйләшергә һәм ниндәйҙер дөйөм ҡыҙыҡһыныу, шөғөллө булырға ғына кәрәк. Тәү сиратта заявка, ғаилә тураһында видеоролик төшөрөп ебәреү ҙә етә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте +7 927 928-07-60 телефонына шылтыратып белергә була.