Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Декабрь 2023, 13:35

22-СЕ СНАРЯД

“Илағым килә”... Минең был һүҙҙе ишеткәнем булды.Һуғыш ветерандары менән осрашып, улар тураһында бик күп гәзит материалдары эшләргә яҙҙы миңә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны, Әбйәлил районы уҙаманы Ғәйфулла Ғәбиҙулла улы Ғәбитов менән осрашыуҙа уның бер фекере иҫтән сыҡмай: «Һуғыш кешене хайуанға әйләндерә. Атаһың, һиңә аталар, һин үлтерәһең, шуның менән бергә үҙеңдә лә бер изге бер орлоҡто юҡ итәһең. Кешелек сифаттарыңды һаҡларға ынтылаһың. Мин һуғыш туҡтаған мәлдә күңелем менән һөйләшә торғайным. Мәрхүм ата-әсәйем менән һөйләшәм, Мөғәллим ағайым менән бесән сабам, йылҡы өйөрө менән бергә Ҡырҡты тауҙарына менәм. Күңел ҡатмаһын өсөн тиктомалдан илап та ала инем...»

22-СЕ  СНАРЯД22-СЕ  СНАРЯД
22-СЕ СНАРЯД

Күңел ҡатмаһын өсөн... Бөтәһе лә бер йөрәк аша үтә шул.

Иртә менән «буханка»ға тейәлеп, алғы һыҙыҡҡа китәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә бер «кәмәлә» тигәндәй: «Ун өсөнсө» лә, БСТ командаһы ла, Ильяс Батыргәрәев та, беҙ – республика баҫмалары журналистары ла. Башҡорт халҡының аҫыл улдарын юҡ итер өсөн бер снаряд етә. Дошман снаряды. Ә инде бер һөрән һалһаң, үҙебеҙҙең “диван эксперттары” мәғәнәһеҙ һүҙҙәре-пулялары менән был кәмәне тишеп, кем унда барғанына ла иғтибар итмәй, ил йөҙөнән, тарих битенән юҡҡа сығарырға ынтыла. Аптыраҡ...

Полк ҡаласығын күрәбеҙ, каланчаға менеп дошман позицияһын байҡайбыҙ, сапер, минометчик һәм башҡаларҙың эше, хеҙмәте менән танышабыҙ. Полк командиры серле картаны ла күрһәтә... Яҡында ғына снаряд тауыштары оҙатып йөрөй. Уға хәҙер йүнле иғтибар ҙа бирмәйбеҙ, өйрәнәбеҙ буғай. Яҙам тиһәң күп. Азат Шамил улы менән бер туҡтауһыҙ аралашабыҙ, һәр һалдат уны ҡосаҡлай, һорауы булһа, бирә, серләшеүсеһе лә табыла. Ул бер ваҡытта ла буш һәм яңғыҙы түгел, ниндәйҙер хәстәр (хәсрәте-ҡайғылы хәбәре лә етәрлек инде), ниндәйҙер пландар, ниндәйҙер мәшәҡәттәрҙе хәл итә.

Төштән һуң арып полк командиры блиндажы янында арманһыҙ булып, түңәрәк яһап килеп ултырабыҙ. Бронежилетты сиске, бер нисә минутҡа булһа ла касканы һалып ултырғы килә, тик ярамай.

Азат Шамил улы уйланып ултырҙы ла, былай тип һөйләп алып китте:

– Нисек бында Аллаһ ҡөҙрәтенә ышанмайһың... Белогорловка аҫтындағы бер ауылда беҙҙең батальондың КП-һын (командирский пункт) “вычислили”, эйе, ҡайҙа урынлашҡанын аңдып белгәндәр. Әллә һатҡандарҙыр... Обстрел башланды, бер нисә сәғәт бик ҡаты барҙы. Был ауылда бер кем дә йәшәмәй, шуға буш торған өйҙәргә ҡунаҡлағайныҡ. Ғәҙәттә командирҙар пункты фронт линияһында урынлаша һәм уны табып юҡ итеү дошмандың иң мөһим бурыстарынан һанала. Аңлашыла инде, сөнки алыш, яу менән был пункт идара итә. Дошман снарядтар осора ғына. Украиндарҙың, иғтибар итһәгеҙ, өйҙәре самандан ғына, “украинская мазанка” тиҙәр. Уныһы ер һелкенеүҙән емерелергә тора. Обстрел тынды. Иҫән ҡалдыҡ. Һуңынан сығып ҡараһаҡ, күҙ алдына килтерәһегеҙме, КП эргәһендә, өй тирәләй, йәғни периметр буйлап, 21 снаряд шартлаған. Тик береһе лә өйгә төшмәгән. Бер ут ярсығы етә ине... Мөғжизә. Шунан нисек Аллаһҡа ышанмайһың...

«Ун өсөнсө» оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Ана шул мәлдә уны мин фотоға төшөрөп алдым да.

Бөгөн уның һөйләгәндәрен яҙманан тыңлайым да, бында теркәйем дә, төрлө уйҙар башҡа килә.

Азат Бадрановтың яңыраҡ «Башҡорт халҡының яҙмышы хаҡындағы фронттағы уйланыуҙар»ы баҫылғас, халыҡ араһында ярайһы уҡ йәнле полемика башланды. Азат Шамил улының фекерҙәрен күптәр аңлап, хуплап ҡабул итте, шул уҡ ваҡытта проблемаларын да күтәрҙе, күҙҙе астығыҙ, тип әйтеүселәр табылды, минең менән бер окопта ята, уважуха, тип яҙыусы яугирҙарҙың булыуы күңелгә рәхәтлек бирҙе. Шул уҡ ваҡытта «ждун»дар, «хайповщик»тарҙың ҡурайына бейеүселәр ҙә күренде. Улар күп түгел... Ләкин.

Бөгөн беҙ һынылыш осоро кисерәбеҙ. Нимә ул Ватан?

“Кеше был донъяға тыуыу менән үҙенең иң ҙур байлығын – Ватанын мираҫҡа ала. Ул ғүмеребеҙ кеүек берәү генә. Үҙеңә ата-әсәңде һайлап ала алмаған кеүек, һин Ватаныңды ла һайлап ала алмайһың. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, ауыр ҡайғылы минуттарҙа ла, һин генә уның терәге”– шулай тип өйрәтә торғайнылар мәктәптә. Әле лә шулайҙыр. Тик...

“Ватан” төшөнсәһен тулы мәғәнәлә аңламағандар ҙа етәрлек. Тыуған илде “кормушка”, ашатыусы, туйҙырыусы итеп кенә күреүселәр бар арабыҙҙа. Ундайҙар һәр саҡ тормоштан ҡәнәғәт түгел, илде, кемделер һүгәләр. Үҙҙәре һис тә ғәйепле түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ (дөрөҫөрәге, ҡыҙғаныс): илде, етәкселекте һүккән һайын ул “аҡыллы баштар” үҙҙәрен демократик, улай ғына түгел, Азатлыҡтың иң бөйөк көрәшсеһе, тип уйлай. Быныһына түҙергә була, тик бына уларҙың башҡаларға шул фекерҙе тағырға маташыуы хәүефле. Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып үлер, тигән әйтем дә бар. Халыҡ зирәк ул, ил, халҡы өсөн йәнен бирергә тороусылар, ысын илһөйәрҙәрҙе «популизм», йәғни анһат юл менән күмәктең иғтибарын йәлеп итергә теләүселәрҙән айырыр, дөрөҫлөктө, хаҡ-лыҡты аңлар бейеклеккә, кимәлгә етте.

Мин аҡтан-аҡ, мин сафтан-саф, мин һуғышҡа ҡаршы, имеш, берәү. Ул иғәнә һалмай, ярҙам итмәй... Һәләк булып ҡалған улан хаҡында мәғлүмәт күрһә, тағы ла ҡорбан, тип яр һала. Юҡ, улар дошман еңеүен дә теләмәйҙер, бәлки, тик улар үҙҙәренең ахмаҡ принциптарының ҡоло булып, аңды томалай. Һаман көтәләр. “Ждундар”, шайтан алғыры. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Илем ни күрә – мин шул яҡлы.

Уйлаһаң, барыбыҙ ҙа бер кәмәлә. Фанилыҡ арауығында, донъя тарихында, халҡыбыҙ көнкүрешендә. Һиҙгерлек юғалһа, «хайповщик»тарҙың татлы вәғәҙәләренән баштар әйләнһә, берҙәмлек юғалһа, 22-се снаряд күктән төшмәйәсәк, беҙҙең йорттоң эсендә үҙе шартлаясаҡ. Быныһы икеләтә аяныс, меңләтә ҡурҡыныс. Шуныһынан һаҡлаһын Хоҙайыбыҙ.

– Унда ҡустыларың, улың йәшеңдәге егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бындағы гражданкалағы егеттәр менән сағыштырғанда уларҙағы үҙгәрештәр нисек тойолдо? – тип һорайҙар минән йыш ҡына. Мин былай тип яуаплайым:

– Ныҡ һиҙелә. Бер үк ваҡытта улар шаяра, көлә, көләмәстәр һөйләй. Әйттем бит, һуғыштың үҙ тормошо бар, матур яҡтары, ҡыҙыҡ хәлдәре лә. Өлкән йәштәге һалдаттарҙың, командирҙарҙың илап ебәргәненә шаһит булдым. Йәшерәктәрҙең: “Беҙгә гумконвой менән ҡыҙҙар һалып ебәрегеҙ әле”, – тип шаяртҡандарын да ишеттем. Әммә улар менән етди һөйләшә башлаһаң, ни тиклем тәрән аҡыллы булыуҙарын тояһың. Улар тәү ҡарашҡа ғына ябай һәм шаян тойолалар. Өйҙә саҡта бер егет бөтөнләй шиғыр уҡырға яратмаған, ә бында үҙенән-үҙе шиғыр уҡығыһы килә, үҙенең дә күңелендә шиғыр барлыҡҡа килә уның. Ә бит шиғыр күңелгә былай ғына, рифма эҙләү булып ҡына килмәй. Шул тиклем тәрән кисерештән, илаһилыҡтан йә булмаһа тетрәнеүҙән генә тыуа.

“Мулла” 2020 йылда намаҙға баҫҡан. Уға: “Дин кешеһенә ҡорал тотоп тере йән эйәһенә тоҫҡарға, уның йәнен ҡыйырға яраймы һуң?” – тигән һорау бирҙем. Бындай һорау-ҙы бирергә лә батырлыҡ, тәүәккәллек кәрәк. Тынлыҡ урынлашты, берәй вәғәз һөйләр, тип көттөм. Ә ул: “Бер ун йылдан үҙебеҙҙең ни тиклем хаҡлы булыуыбыҙҙы белербеҙ. Әгәр ҙә берәүҙең улы икенсе берәүҙең улын “кәләш” итеп алам тиһә, атай-олатайҙарыбыҙ ҡә-беренән ҡалҡып торасаҡ бит. Шул тиклем хәшәрәт-лек беҙгә килмәһен өсөн мин ҡулыма ҡорал алып шул хәшәрәттәргә атырға мәжбүрмен”, – тип яуап бирҙе. Мин иһә шулай уйлайым: киләсәктә беҙҙең илдә, Башҡортостанда шундай әҙәпле һәм юғары әхлаҡлы тормош башланасаҡ һәм әлеге көнбайыш илдәренең алдынғы ҡарашлы кешеләре беҙҙең илдә йәшәгеһе киләсәк. Бирһен Хоҙай.

Барғанда, һалдаттарҙың күпселеге аҡса эшләргә барғандыр, тип уйлағайным. Уларҙы ғүмерҙәрен аҡсаға алыштырыусыларға ла тиңләүселәр булды. Барып һөйләшә башлағас, бөтөнләй улай түгеллеген аңланым. Улар, бәлки, тәүге айҙарҙа, аҡса эшләргә килдем, тип тә уйлағандарҙыр. Хәҙер заман шундай, бындай ауыр хеҙмәт буш булырға ла тейеш түгел. Әммә бер нисә ай бер-береңә иң терәшеү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, яуҙаштарыңдың һәләк булыуына шаһит булыу бөтөнләй башҡа маҡсаттарҙы барлыҡҡа килтерә һәм аҡса үҙенән-үҙе икенсе планға ҡала.

Унда күргән, һөйләгәндәренән ике миҫал.

Әхмәров Рәмистең, йәғни “Носорог”тың үлеме. Уның тураһында рота командиры урынбаҫары «Шаман» һөйләне. Иҫ киткес шәп яугир, иллене үткән, йылмайып ҡына йөрөгән һөймәлекле бер әзмәүер була ул. 6 февраль уның ярты йыллыҡ контрактының һуңғы көнө. Ул позицияла. Алдынғы төркөмдө алға әйҙәй. Егеттәрен ҡаплап, үҙе алдан бара. Украиндар окобына тиклем ете метр ҡалған булған. Үлеме хас кинолағы һымаҡ инде. Алдағы ике хохолды, ситтәге тағы берәүһен ауҙара, тик алыҫтараҡ ултырған бер пулеметчик һәм окоптағы берәүһе уға тоҫҡап ата. Күкрәктәрен тишеп үтә, тик “Носорог” йығылмай әле, егеттәрен ҡотҡарам тип тубыҡлана ла гранатаһын алырға теләп ҡыйшая бирә, шунан ғына ауа. Ана шулай күкрәге менән дуҫтарын ҡаплап ҡала. Пулеметчиктар эшләй башлағас, яуҙаш дуҫтары ергә һылашып ята һәм иҫән ҡала.
Ишембай батыры “Дикий” тыныс тормошта иретеп йәбештереүсе булған, кәүҙәгә әллә ни оҙон түгел, әммә физик яҡтан көслө, уны барыһы ла ярата. Ул көн аша алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташый. Рота командиры уны буласаҡ генерал ти. «Үҙеңде бик маҡтайҙар, был ҡайҙан килә?» – тип һораным.

Егет бер аҙ уйланып торҙо ла, мине бик аптыратып яуап бирҙе:

– Просто, тыуған илде, тыуған ерҙе ныҡ яратам. Шуға батырмын, шуға яраталарҙыр.

Кешене өйрәтһәң дә улай әйтә алмай, был һүҙҙәрҙе ул йөрәгенән сығарҙы. Егет үҙе күп һөйләргә яратмай. Хушлашҡан саҡта: “Беҙ рация аша үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Дошмандар аңламаһын өсөн. Һеҙ унда “Башҡорт телен һәйбәтерәк белһендәр” тип яҙығыҙ”, – ти. Ана, ниндәй рухлы, илһөйәрҙәр унда алыша. Еңел уйлы йәштәр түгел. Һәм улар 22-се снарядҡа төшөргә лә, шартларға ла юл ҡуймаясаҡ.

Мөнир ҠУНАФИН.
Автор фотоһы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас