Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Декабрь 2023, 07:00

Йөрәк ҡушыуы буйынса!

Стәрлетамаҡ районы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам тапшырыуҙы дауам итә. Был эштәр Айыусы ауылы советында ла йәйелдерелгән. Изге ғәмәл хаҡында райондың Айыусы ауылы советы рәйесе Илгиз Аҙнаев һөйләй.

Йөрәк ҡушыуы буйынса!Йөрәк ҡушыуы буйынса!
Йөрәк ҡушыуы буйынса!

“Беҙҙең “Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV СЕРДЦА”) халыҡ ойошмаһы махсус хәрби операция башланғандан алып эшләй. Ойошмала 400-гә яҡын төрлө һөнәргә, милләткә, дингә ҡараған кешеләр тора. Беҙ Стәрлетамаҡ районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшмәкәрлек алып барабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙ 10 меңдән ашыу квадрат метр маскировкалау селтәре үрҙек, 500-ҙән ашыу носилкалар эшләнек, 10 меңдән ашыу ҡоро душ, 5 меңдән ашыу окоп шәмдәре, кейемдәр әҙерләнек”, – тип әйтеп үтте Илгиз Ишҡәле улы. Әлбиттә, һәр бер ағза шәм эшләү йәки ойоҡ бәйләү менән генә шөғөлләнмәй йәки һәр бурыс, эш бүлешеп алынған. Кемдер селтәр үрә, кемдер финанс яғынан ярҙам итә. Мәҫәлән, күптән түгел ике миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.

“Был изге эшкә теләгән һәр кем ҡушыла ала, кем ҡул ярҙамы, кем аҡсалата ярҙам – дөйөм һәм берҙәм булып яугирҙарыбыҙға ярҙам иткәндә генә Еңеү тиҙерәк килер”, – тип тә өҫтәй етәксе.
Күптән түгел, Мырҙаш ауылына ла селтәр үреү буйынса станок урынлаштырылды.

Әйткәндәй, Илгиз Ишҡәле улы быға тиклем дә ауыл советы етәксеһе булараҡ, уға ҡәҙәр фермерлыҡ эше алып барғанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, шул иҫәптән финанс, техника йәһәтенән ярҙам ебәрҙе. Тыуған ерен ҡайғыртып, ил һынауын үҙендә тойоп йәшәгән егеттәрҙең береһе Илгиз Аҙнаев.

 

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас