Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Декабрь 2023, 12:30

Алдынғылар паспортты тантаналы шарттарҙа ала

Бынан бер нисә көн элек кенә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеүҙең 30 йыллығын билдәләнек. Ошо уңайҙан ҡалала байтаҡ күркәм саралар үтте. Ә 13 декабҙә А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында ҡалабыҙҙың 14 йәше тулған иң алдынғы уҡыусыларына Рәсәй гражданы паспорттары тапшырылды. Әлеге тантаналы сара ла Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеүҙең 30 йыллығына арналды.

Теүәл 30 йыл элек бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Конституцияһы хәҙерге Рәсәй дәүләтселеге принциптарын нығыта, власть тармаҡтарының вәкәләттәрен билдәләй, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын гарантиялай. Конституция – дәүләттең төп законы, Рәсәйҙең бөтә хоҡуҡи системаһының үҙәге булып тора һәм башҡа закондарҙың мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен билдәләй. Барыбыҙҙы ла ошо фундаменталь документҡа тәрән ихтирам берләштерә, ул илебеҙҙең берҙәмлеген һәм бүленмәҫлеген, уның күп милләтле халыҡтарының үҙ-ара ихтирам итеүен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә ала.

 Уҡыуҙа, спортта, ижадта һәм йәмәғәт тормошонда үҙен күрһәткән 14 уҡыусы ил гражданының төп документын алыу тантанаһында уҡыусыларҙы мөһим ваҡиға менән Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Руслан Афрутьев ҡотланы.

Рөстәм Фәрит улы билдәләүенсә, паспорт алыу күп хоҡуҡтар бирә, әммә шул уҡ ваҡытта бурыстар ҙа йөкмәтә.

 – Стәрлетамаҡтың киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Ҡалағыҙҙы, республикағыҙҙы һәм илегеҙҙе яратығыҙ. Рәсәй гражданы статусын ғорурлыҡ менән йөрөтөгөҙ. Ата-әсәләрегеҙгә һәм уҡытыусыларығыҙға яҡшы тәрбиә өсөн ихлас рәхмәт белдерәм, – тине хакимиәт башлығы.

Руслан Афрутьев та  балаларҙы төп документ – паспорт алыуҙары менән ҡотланы. Уларға уңыштар, маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен, Рәсәй федерацияһы гражданы исемен намыҫ менән йөрөтөүҙәрен, Тыуған илен яратыуҙарын һәм һаҡлауҙарын, халҡының ҡаҙаныштары менән ғорурланыуҙарын, илебеҙҙең ысын гражданы булыуҙарын теләне.

Рәсәйҙең төп документын алыусылар, ысынлап та, паспорт менән бергә улар яңы мөмкинлектәр генә түгел, яңы бурыстар ҙа алды. Балаларға паспорт менән сәскә һәм РФ Конституцияһы ла тапшырылды. Тантаналы сара аҙағында дөйөм фотоға төшкән балалар илһамланып, шатланып, балҡып торған күҙҙәре менән Пионерҙар һарайынан сығып барғанда ҡулдарында беренсе документтары – Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты инее!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

 Һүҙ – Рәсәйҙең паспорт алыусы йәш гражданына:

Сабина Сәғитова, 1-се гимназия уҡыусыһы:

– Бөгөн мин ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Үҙемде илебеҙҙең ирекле вәкиле итеп тоям. Ә Рәсәй Конституцияһы көнөнә килгәндә, был көн минең өсөн Тыуған ил яҙмышына битараф булмаған, рәсәйлеләрҙең бөтә быуындарының да бөйөк державаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан байрам ул.

 

Алдынғылар паспортты тантаналы шарттарҙа ала
Алдынғылар паспортты тантаналы шарттарҙа ала
Автор:Римма Галимова
Читайте нас