

Был һорауға Радий Фәрит улы таныш бул-маған шылтыратыуҙарға яуап бирмәйем тигән аңлатма бирҙе. Шул уҡ ваҡытта шәхсән миҫалы менән бүлешеп үтте. Баҡтиһәң, Радий Хәбиров әле Мәскәүҙә РФ Президенты Идаралығында эшләгәндә уның Башҡортостанда йәшәгән әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙына (әле мәрхүмә) Радий Фәрит улы исеменән “бәләгә тарыным” тип шылтыратҡандар. Хатта башҡортса өндәшкәндәр. Һөҙөмтәлә әсә кеше алданғанын аңлап ҡалғанға тиклем аҡса күсереп өлгөрә. Асыҡ-ланыуынса, мутлашыусылар бөтөнләй башҡа төбәктә төрмәнән шылтыратҡан булып сыға.
Радий Хәбиров шулай уҡ башҡа миҫалдар ҙа килтереп үтте һәм шылтыратыуҙарға ныҡ иғтибарлы булырға, асыҡларға саҡырҙы.
Әйткәндәй, һуңғы аҙналарҙа ғына Стәр-летамаҡта телефон аша мутлашыусыларҙан стәрлетамаҡтар егерме(!) миллион һумға алданған. Хатта ике-өс миллион һумын күсереүселәр ҙә бар. Ә бына йылдың үткән 11 айы буйынса тотош республикала кешеләр 500 миллион һумға алданған.
Һаҡ булығыҙ, телефондан ниндәйҙер таныш түгел шылтыратыу булһа һәм ниндәйҙер шикләнеү тыуһа, телефонды шунда уҡ һүндереп ҡуйығыҙ.
Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.