

«Йыл буйына республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһында әүҙем һөйләшеүҙәр алып барҙы. Башҡортостан Башлығына, хөкүмәткә һәм профилле министрлыҡтарға мөрәжәғәттәр ебәрҙек. Комиссия ултырышында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында окладтарҙы арттырыу кәрәклеген раҫлаған аналитик мәғлүмәттәрҙе күрһәттек », - тине республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин.
Бынан алдараҡ Рәсәй хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн тағы 11 миллиард һум бүлде.