Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Декабрь 2023, 15:36

«Башинформ» журналистарына наградалар тапшырылды

Башҡортостан хөкүмәтендә республика башҡарма власть органдарының матбуғат хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәрен һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 

«Башинформ» журналистарына наградалар тапшырылды«Башинформ» журналистарына наградалар тапшырылды
«Башинформ» журналистарына наградалар тапшырылды

 Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры – хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һүҙҙәренсә, уҙып барған 2023 йыл ваҡиғаларға бай булды. Матбуғат секретарҙарының һәм журналистарҙың ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһендә улар яңылыҡтар теҙмәһендә лайыҡлы сағылыш тапты.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрселәре Галина Бахшиева һәм Роман Якимчук юғары һөнәри оҫталығы һәм республика хөкүмәте эшмәкәрлеге хаҡында йәмәғәтселектә ыңғай фекер формалаштырыуға өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/bashinform-zhurnalistaryna-bash-ortostan-h-k-m-tend-nagradalar-tapshyryldy-3584169

 

Автор:
Читайте нас