

Сергей Кожевников тәү сиратта балалар һәм ата-әсәләр йөрөгән яңы йыл майҙансыҡтарына иғтибар итергә, шулай уҡ ҡала халҡын электр уты, йылы, һыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе контролдә тоторға ҡушты.
Икенсенән, һауа торошо. Белгестәр хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта күрше Силәбе өлкәһендә күп итеп ҡар яуған. Өфөлә лә яуыуы ихтимал, шуға күрә һәр предприятие штаттан тыш хәлгә әҙер булырға тейеш, тип билдәләне комиссия.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яңы йыл каникулдары 10 көн — 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итә.