

Уҡыусы ҡыҙ «Атомный урок х Ледокол знаний» конкурсының IV миҙгелендә еңеү яуланы. Уның финалы Мәскәүҙә ВДНХ майҙансығында үтте. Алиса атом технологиялары һәм фән, шулай уҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт темаһына һорауҙарға яуап биреп, интеллектуаль уйында ҡатнашыусылар араһында иң юғары балл йыйҙы.
Гимназистка Төньяҡ ҡотопҡа тарих уҡытыусыһы Лидия Селиверстова менән бара. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, уҡытыусының «Атом энергияһы: үткәндәр һәм киләсәк араһында» проекты конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшыһы тип танылды.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-29/st-rletama-u-yusy-y-t-nya-otop-a-yullana-3587086