

Сығышы менән Ишембай районы Һайран ауылынан Шакирйән ағай. Ғүмерен ҡалабыҙҙа “СК” заводына арнаған аппаратсы. Оҙаҡ йылдар зарарлы цехта эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып төпләнде. Дингә баҫып, Һайран мәсетен төҙөүҙә, дини саралар ойоштороуҙа ҙур роль уйнай. Мәсетте тәртиптә тотоу ҙа уның иңендә ята, мәхәллә етәксеһе.
Беҙгә күберәк ул “Ашҡаҙар” гәзитен уҡыусы булараҡ таныш. Беҙ уның менән йылына мотлаҡ рәүештә кәмендә ике тапҡыр күрешеп торабыҙ. Редакция ишеген һәр асҡан һайын Шакирйән Фәхретдинов ҡулына гөлләмәләй итеп гәзиткә яҙылыу тураһында квитанциялар тотоп килеп инә. Туғандары, дуҫтары, күршеләре – тағы әллә кемдәргә гәзит бүләк итеп яҙҙыра ул. Бына әле лә, Яңы йылға шәп бүләк эшләп – тағы гәзиткә яҙҙырып килгән.
Башҡорт телен үҫтереү, башҡорт мөхитен данлау өсөн әллә ниндәй ҡат-ҡат китаптар аҡтарыу, бөйөк һүҙҙәр һөйләү түгел, ә ошондай тәү ҡарашҡа ябай ғына, күҙгә күренгән ғәмәл ҡылыу ҙа – бөйөк эш ул!
Рәхмәт һеҙгә, Шакирйән ағай! Һеҙҙәй дуҫтар, кешеләр күберәк булһын!
“Ашҡаҙар”ҙар.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.