Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2024, 13:35

Башҡортостан Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында үҙенең чемпиондары менән таныштыра

2024 йылдың 10 ғинуарынан 14-нә тиклем Мәскәүҙең ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостандың «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығы асыла. Тематик аҙнаны республиканың Спорт министрлығы ойоштора.

Башҡортостан Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында үҙенең чемпиондары менән таныштыраБашҡортостан Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында үҙенең чемпиондары менән таныштыра
Башҡортостан Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумында үҙенең чемпиондары менән таныштыра

Бөгөн Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә аҙналыҡта республикабыҙҙың билдәле спортсылары  — Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Азалия Әминева, Эльбрус Ниғмәтуллин, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Рима Баталова һәм башҡа чемпиондарҙың ҡатнашыуы хаҡында әйтте, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

«Башҡортостандың «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығына беҙ ҡыҙыҡлы программа әҙерләнек. Күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһының Олимпия мираҫын, клубтарҙы, командаларҙы күреп баһаларға, республика спортсылары, олимпия һәм паралимпия чемпиондары менән шәхсән танышырға мөмкин. Беҙ Башҡортостанда үҫешкән һанлы спорт төрҙәре менән таныштырабыҙ. Фиджитал спорт, спорт программалауы, дрондарҙа уҙыш, компьютер спорты. Йәштәр интерактив футбол һәм хоккей уйнарға, үҙҙәрен башҡа спорт төрҙәрендә һынап ҡарарға мөмкин», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-01-09/bash-ortostan-m-sk-r-s-y-k-rg-m-forumynda-ene-chempiondary-men-n-tanyshtyra-3595945

 

Автор:
Читайте нас