Аварияла алты кеше: «Джилли» водителе һәм уның ике пассажиры, 26, 35 һәм 40 йәшлек ирҙәр, шулай уҡ «Шкода» водителе һәм пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр алған.
«Джилли» пассажирҙары Когалымға вахтаға китеп барған, ә «Шкода»ныҡылар Когалымдан өйҙәренә, Башҡортостанға ҡайтып килгән.
Барыһы ла дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.