Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2024, 06:14

Башҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә ала

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика ҡаҙнаһынан Башҡортостан Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә. Һайлап алыу 2024 йылдың 1 февраленә тиклем бара.

Башҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә алаБашҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә ала
Башҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә итә ала

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған иң яҡшы 10 баҡсасылыҡ ширҡәтенең һәр береһенә 500 мең һумлыҡ грант бирелә.

Һайлап алыу тураһында мәғлүмәт, талаптар, ғариза формаһы — Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының рәсми сайтында. Ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте һәм ғариза формаһын һылтанма буйынса алырға була.

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн документтар менән заявканы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға кәрәк. Адресы: Пушкин урамы, 106, 321-се бүлмә.

Радий Хәбиров Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-01-10/bash-ortostanda-i-ya-shy-ba-sasyly-shir-tt-re-500-me-umly-grant-alyr-a-m-mkin-3597654

 

Автор:
Читайте нас