Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2024, 12:43

Мөғжизәгә тормошта ла урын бар...

Яңы йыл алды... Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәттәр, байрамға әҙерлек. Өлкәндәр эштәрен ослап, бүләктәр эҙләгән ваҡытта балалар яңы йыл тамашалары ҡарай. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Элина ла класташтары менән Ҡыш бабай әкиәтен күҙәтә. Тамаша ҡыҙыҡ, персонаждар ылыҡтыра, актерҙар бала күңелен арбай. Сюжетта төрлө мөғжизәгә лә урын бар: бына ҡапыл уйламағанда оҙаҡ көтөп алған Ҡыш бабай килеп сыға сәхнәгә. Баҡтиһәң, уға килеүе еңел булмаған, юлда төрлө яуыз заттар менән көрәшергә тура килгән...

Мөғжизәгә тормошта ла урын бар...Мөғжизәгә тормошта ла урын бар...
Мөғжизәгә тормошта ла урын бар...

Шул саҡ ҡыҙ хыялға сума: минең дә атайым ошо Ҡыш бабай һымаҡ ҡапыл ҡайтып төшһә ине ул, һағындым, ти эстән генә бала. Ни ҡылаһың, уның ҡәҙерле кешеһенә лә Ҡояшты ҡапларға, Ерҙе ауларға маташҡан яуыз заттар менән көрәшергә тура килә – ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша, шуға бына инде 11 ай атай менән ҡыҙ күрешә алмай. Элина ғынамы ни Инсаф ҡустыһы ла, Альберт ағаһы ла аталарын һағынып көтә... Хәйер, улар ғына түгел.

Тамаша тамам. Балалар урамға ашыға. Кем уйында әле әкиәттән айырыла алмай, кем дуҫтары менән каникул тураһында баш вата. Был мәлдә Элина ғына һаман да хыялында йөҙә – атаһы менән осраша һәм... көтмәгәндә туҡтап ҡала ҡыҙ: ҡаршыһында ысынлап та атаһы тора! Бына ул ун бер ай буйы тыны менән тартып алырҙай һағынып көткәй Яугир атай! Хыялмы был? Ысынбарлыҡмы? Ҡыҙ шатлығынан нимә уйларға, нимә әйтергә белмәй баҙап ҡала һәм, сабый аңы мөғжизәнең ысынбарлыҡта икәнен тулыһынса аңлап алғас, йүгереп атай ҡосағына ташлана! Бына ул танһыҡ та, таныш та атай еҫе, атай ҡосағы!..

– Балаларға ҙур сюприз булды. Үҙем дә иптәшем ҡайтыр алдынан тиерлек кенә белеп ҡалдым, йортобоҙға әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыуаныс, бәхет килде, – ти хистәре менән уртаҡлашып яугир ҡатыны Надежда Викторовна ла. – Башта, оҙатҡан саҡта аңлап та еткермәгәнмендер, әммә ваҡыт үтә-үтә көтөүе, уйланыуы ни тиклем ауыр икәнен аңланым. Нисек кенә булмаһын, иремдең был юлды һайлауына шикләнмәй ҙә инем – һынау килгәс, ул бер һүҙһеҙ Ватаны һағына баҫты, шуға йөрәгем менән тулыһынса ҡабул иттем, – тип тә өҫтәй ул.

Билдәләүебеҙсә, “Тугарин” (яугирҙың позовныйы) бынан бер йыл элек илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, хәрби бурысын үтәргә йүнәлә. Әйткәндәй, ул теләге булһа, хатта мобилизациянан да азат булыр ине: өс бала атаһы булыуы ғына түгел, эшләп йөрөгән янғын хеҙмәтендә бронь бирелә. Әммә ул, киреһенсә, үҙе теләп контракт төҙөп, илен һаҡларға ҡулына ҡорал ала.

– Быға тиклем дә оҙаҡ йылдар контракт буйынса хеҙмәт иттем, хәрби оҫталығым да, тәжрибәм дә, һаулығым да етерлек. Бөгөн ҡулына ҡорал алып һуғыша алған һәр ир-егет дошманға ҡаршы торорға тейеш. Әлбиттә, хәрби бурысты үтәү еңелдән түгел, төрлө хәлдәр була: еңеүҙәр ҙә, юғалтыуҙар ҙа, тик берҙәм булып, ҡыйыу булып алышҡанда ғына беҙ дошманды еңербеҙ! – тип һөйләп үтте бурысы хаҡында яугир үҙе. Өйҙәгеләр өсөн тыныс булыуын да белдерҙе “Тугарин”. Альберт та, Элина ла һәм физик мөмкинлектәре сикле булһа ла төпсөк ул Инсаф та яугир атайҙары борсолмаһын тип үҙ сиратында матур уҡырға, тәртипле һәм ғәҙел булырға, донъяны танып белергә тырыша. Республика ярҙамдан өҙмәй.

...Отпуск ялы тамам. Ошо көндәрҙә яҡташ яугир йәнә хәрби бурыс үтәү урынына йүнәлде. Атай кеше юлға сыҡты. Бер мөғжизә генә һымаҡ булып тойолһа ла был ҡыҫҡа осрашыу, ғаилә өсөн был көндәрҙән дә бәхетле ваҡиға булмағандыр тормоштарында. Инде киләсәктә Еңеү килеп, атай кеше инде имен-аман булып ҡайтып төшөп, ул көндәр бер-бер артлы оҙаҡ йылдар булып ҡабатланһын ине, биһен Хоҙай. Элинаның һәм меңәрләгән башҡа ҡыҙ-малайҙарҙың хыялдары тормошҡа ашһын. Иманым камил, нәҡ ошо хаҡта хыяллана бит әлеге мәлдә Элина, нәҡ ошо хаҡта хыяллана башҡа балалар ҙа. Мөғжизәләр ысынбарлыҡҡа әйләнһен!..

 

Продолжается набор желающих пройти военную службу по контракту.

Получить более подробную информацию можно по телефонам: 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 - военный комиссариат Стерлитамака и Стерлитамакского района (ул. Худайбердина, 118, каб. 19).

Мөғжизәгә тормошта ла урын бар...
Мөғжизәгә тормошта ла урын бар...
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас