Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2024, 05:25

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Донецк ҡалаһында һөйгән йәрен тапҡан

Махсус хәрби операция мөхәббәткә ҡамасауламай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ауырғазы яугиры Донецк ҡалаһында һөйгән ярын тапҡан. Борзый хәрби ҡушаматлы яугир тыуған яғына ике аҙна отпуск ялына буласаҡ тормош иптәшен дә алып ҡайтҡан.  Катерина Донецк ҡалаһында тыуып үҫкән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Донецк ҡалаһында һөйгән йәрен тапҡанМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Донецк ҡалаһында һөйгән йәрен тапҡан
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Донецк ҡалаһында һөйгән йәрен тапҡан

Яҡташыбыҙ - пулемёт взводы командиры. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндән һуң ял ваҡытында һалдат Катерина менән танышырға өлгөргән. Юрий ҡыҙға күп милләтле Башҡортостан, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы хаҡында һөйләгән. Катерина барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм егеттең ата-әсәһе менән танышырға ризалашҡан.

Хәрбиҙең ата-әсәһе Катеринаны бик йылы ҡабул иткән. Улар ҡыҙҙы милли ризыҡтар менән һыйлаған.

«Бауырһаҡ һәм ҡаҙылыҡ бик оҡшаны. Башҡа бик күп ризыҡтарҙы ашап ҡараным, әммә исемдәре иҫтә ҡалманы. Барыһы ла бик тәмле һәм үҙенсәлекле», — тип белдергән Катерина.

Тиҙҙән «Борзый»ҙың ялы тамамланасаҡ һәм үҙе хеҙмәт иткән полкка юлланасаҡ. Донбассҡа Катерина ла ҡайтырға әҙерләнә, уны эше көтә.

 

https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_70089

 

Получить более подробную информацию можно по телефонам: 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 - военный комиссариат Стерлитамака и Стерлитамакского района (ул. Худайбердина, 118, каб. 19).

Также ответы на ваши вопросы по контрактной службе вы можете получить в чат-боте https://t.me/bashbat02/2236

Автор:
Читайте нас