Карта – тыуған яҡтың тарихы һәм гүзәллеге менән илһамланып башҡарылған һоҡланғыс ҡомартҡы. Уны эшләү өсөн оҫталар сәйлән, таҫма, күн, кейеҙ, ярымаҫылташтар, алтын һәм көмөш ептәр ҡулланған.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, картаны сигеүҙә Башҡортостан баш ҡалаһынан һәм 28 районынан оҫталар ҡатнашҡан.
Мәскәүҙәге форумда Башҡортостан презентацияһы иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.