Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2024, 11:38

Эшсе төркөм балаларҙы дәүләт страховкалауы буйынса түләү алыусылар исемлегенә индерҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әле тыумаған балалары дәүләт страховкалауы буйынса түләү алыусылар исемлегенә индерелә.

Эшсе төркөм балаларҙы дәүләт страховкалауы буйынса түләү алыусылар исемлегенә индерҙеЭшсе төркөм балаларҙы дәүләт страховкалауы буйынса түләү алыусылар исемлегенә индерҙе
Эшсе төркөм балаларҙы дәүләт страховкалауы буйынса түләү алыусылар исемлегенә индерҙе

Был хаҡта Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Андрей Турчак белдерҙе. Беренсе вице-спикер һүҙҙәренсә, дәүләт страховкалау тәртибен көйләүсе закон проектына төҙәтмәләр индерелә. Дәүләт Думаһы уны тәүге уҡыуҙа ҡабул итте.

«Бында һүҙ һәләк булған яугирҙең йөклө тороп ҡалған ҡатыны тураһында бара. Ғәмәлдәге ҡануниәт тыумаға сабыйҙарҙы дәүләт страховкалауы буйынса түләү алыусылар исемлегенә индермәй. Тейешле документтарҙы алғандан һуң 15 көн эсендә бүленергә тейеш. Әгәр ошо осорҙа бала тыумаһа, ул бындай түләүгә иҫәп тота алмай, — тип билдәләне Андрей Турчак. — Дәүләт страховкалауы тәртибен көйләүсе закон проектына төҙәтмәләр индерелә, Дәүләт Думаһы уны беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Икенсеһендә беҙ тәҡдим иткән норма хупланыр һәм яңы тыуған сабыйҙар страховка түләүҙәренә хоҡуҡ алыр тигән өмөттә ҡалабыҙ».

Бынан алдараҡ Башҡортостан хөкүмәте хәрбиҙәрҙең айырым категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе раҫланы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас