Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2024, 16:45

Башҡорт балын сит илдәргә оҙатыу 2,5 тапҡырға артҡан

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан сит илдәргә бал оҙатыу күләме 2,5 тапҡырға артҡан, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан. Бындай күрһәткестәргә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ярҙамында өлгәшелде.

Башҡорт балын сит илдәргә оҙатыу 2,5 тапҡырға артҡанБашҡорт балын сит илдәргә оҙатыу 2,5 тапҡырға артҡан
Башҡорт балын сит илдәргә оҙатыу 2,5 тапҡырға артҡан

«Уҙған йылда донъяның ете иленә 111 тоннанан ашыу бал оҙатылған. Унан алдағы йылда 6 илгә экспорт - 43,6 тонна, 2021 йылда 8 илгә 103 тонна тәшкил иткән. Былтырошо исемлеккә  Белоруссия, Ҡаҙағстан, Сербия, Үзбәкстан һәм башҡа дәүләттәр ҙә инде», - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса Рәсәйҙә лидер булып тора. 

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2024-01-19/bash-ort-balyn-sit-ild-rg-o-atyu-k-l-me2-5-tap-yr-a-art-an-3610046

 

Автор:
Читайте нас