Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2024, 09:05

Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуға баһа бирҙе

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы 26 ғинуарҙа яҙыусылар менән осрашыу хаҡында иҫкә төшөрҙө. Осрашыуҙа тотош республиканан 60-ҡа яҡын әҙәбиәтсе — шағирҙар, яҙыусылар, драматургтар ҡатнашты.

Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуға баһа бирҙеРадий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуға баһа бирҙе
Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуға баһа бирҙе

— Матур осрашыу булды. Яҙыусылар йәмғиәттең торошон сағылдыра. Унда бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр, беҙҙең эште тәнҡитләү һүҙҙәре лә яңғыраны. Килешелгәнде тормошҡа ашырырға һәм уларға ҡолаҡ һалырға кәрәк, — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ул яҙыусыларҙың халыҡ менән осрашыуын ойоштороу тураһында уйларға ҡушты.

- Улар халыҡ менән аралашырға теләй. Хәҙер һүҙ оло мәғәнәгә эйә. Шуға күрә ошо хаҡта уйлашығыҙ, элек СССР, БАССР-ҙың Яҙыусылар  союзы йөрөгән кеүек, уларҙың һәр береһе әҙер, - тине Башҡортостан Башлығы.

Яҙыусыларға махсус хәрби операция барышын (геройҙарҙы, тыл эшсәндәрен, ирекмәндәр һәм башҡалар) яҡтыртыу өсөн дәүләт заказы бирелде, тип билдәләне Радий Хәбиров. «Башинформ» яҙыусылар өсөн республика Башлығы гранттарын 10 миллион һумға арттырыуҙары хаҡында ла яҙғайны.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-01-29/radiy-h-birov-bash-ortostan-ya-yusylary-men-n-osrashyu-a-ba-a-bir-e-3621094

 

Автор:
Читайте нас