...Салауат музыкаль училищеһында уҡып йөрөгән Федоровка районы ҡыҙы Анна уйламағанда ҡулын һындыра. Яра төҙәлгән арала тип студент ҡыҙ Өфөлә йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа бара. Шул сәфәрендә ул таныша ла инде буласаҡ тормош иптәше, Әлшәй егете Рөстәм менән. Күмәк йәштәр араһынан улар бер-береһен күреү менән шәйләп ала, танышып, аралашып та китәләр. Юғары белем алып эш башлап торған Рөстәм Әхмәров иртәгәһенә үк ғашиҡ булған Аннаһы артынан Салауат ҡалаһына килеп етә, ә күп тә үтмәй ҡыҙ йортона яусы юллана.
Отставкала ла тик ултырмайҙар
Башта пар Өфөлә йәшәй, аҙаҡ йәш белгестәрҙе Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылына эшкә саҡырып алалар. Ғаилә башлығы участок полицияһы бурысына ең һыҙғанып тотонһа, ҡатын кеше райондың сәнғәт мәктәбенең урындағы филиалында балаларға музыкаль белем бирә башлай.
– Районға эшкә килгәндә үҙебеҙ, күкрәк сабыйыбыҙ һәм ун биш пакет мөлкәтебеҙ бар ине, – тип шаяртырға ярата Рөстәм Рәсүл улы. Был ваҡытҡа ла сирек быуат үтеп киткән инде. Атап әйткәндә, мөхәбәтле пар ғаилә булып 23 йыл бергә йәшәйҙәр.
Әйтеүе генә анһат, был ваҡыт арауығында эш буйынса ла күпте кисерергә тура килгәндер (бигерәк тә халыҡ менән эшләгән полиция хеҙмәткәренә), ғаилә булараҡ та үҫешеү өйләндең дә йәшәп тә киттең түгел бит, бер-береңде аңларға өйрәнергә, кәрәк саҡта иңеңде ҡуя, иргә – ир, ҡатынға ҡатын була белергә кәрәк. Иң мөһиме: бөгөн иң бәхетле тип һанайҙар үҙҙәрен Әхмәровтар!
Улай ҙа булмай, ана бит, дүрт яҡтан дүрт таянысы, ышанысы, ғорурлығы, шатлығы, мөхәббәт емештәре булып ул-ҡыҙҙары үҫеп килә! Дүрт “таяуҙың” икеһе нығынып килә инде – өлкәндәр – Ангелина менән Елена университетта уҡый, ә бына София менән Роман мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына йөрөй. Эштәре, урындағы халыҡтың, тыуған-тыумасаларының хөрмәте, ҡәҙере менән дә бәхетле Әхмәровтар. Эш тигәндән, Рөстәм полиция подполковнигы званиеһына, участок полицияһы хеҙмәте начальнигы вазифаһына тиклем үҫешеп, хаҡлы ялға сыға. Әммә отставкала ла тик ултырырға бирмәйҙәр – ул саҡтағы район етәксеһе Әнүәр Абдрафиҡов уның булдыҡлылығын белеп, ауылда мәҙәниәт йорто директоры итеп эшкә саҡыра.
Полициянан мәҙәниәткә күскән тип аптырарһығыҙ, ә бында бер сер ята шул. Әлбиттә, Рөстәм Рәсүл улы көйҙәр яҙмай, бейеү ҡуймай, әммә уның хужа була белеүе, ойоштороу оҫталығы нигеҙендә мәҙәниәт йортоноң матди базаһы ла, мәҙәни эстәлеге лә күпкә яҡшырған. Тик, сер бында түгел: әле полицияла эшләгән осорҙа уҡ ул ҙур ғаиләһе менән әлеге хеҙмәттең байрам-сараларында, конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ тамашасы күңелен яулап килгәндәр. Тимәк именлек һәм мәҙәниәтле булыу һәр саҡ йәнәшә йөрөй.
Дөрөҫөн әйткәндә, бер тармаҡ менән генә сикләнмәй Әхмәровтар, ниндәй бәйге булһын, ишетеп ҡалһалар, әҙерләнеп сығалар ҙа китәләр. Һәләтле ата-әсәнән һәләтле балалар яралған, шуға һәр саҡ бергә йырлап, бейеп, дәртләнеп йәшәйҙәр. Хәйер, Анна Сергеевна ауылдың башҡа уҡыусыларын да үҙ балаһылай күреп, ике тиҫтә йыл эсендә төрлө конкурстарға әҙерләп, урындар яулап ҡайтҡандар, артабанғы ғүмерен ошо фортепиано һәм вокал түңәрәгенән башлап мәҙәниәт тормошо менән бәйләүселәр ҙә юҡ түгел.
Ҡайны-ҡәйнә менән бер төптән
Ғөмүмән, аштары ла, эштәре лә ырамлы, берҙәм, алға бара Әхмәровтарҙың. Шуға былтыр республика кимәлендә үткән “Йыл ғаиләһе” конкурсында кандидаттар эҙләй башлағас, әҙерләүселәр бер тауыштан иң беренсе “Әхмәровтар” ти һәм яңылышмай ҙа. Республика кимәлендә еңеүсе булып таныла улар, артабан заявка Мәскәүгә китә һәм ике айҙан һуң унан да “Һеҙ еңдегеҙ!” тип шылтыраталар.
– Дөрөҫөн әйткәндә, бер яҡтан, конкурста ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә әҙерләнмәнек тә, ҡапыл килеп сыҡты, икенсе яҡтан, ошо ике минутлыҡ ҡына ҡыҫҡа видеоға беҙҙең ике тиҫтәнән ашыу ғаилә тарихы инеп китте, төрлө йылдарҙағы тәжрибәне, багажды, материалдарҙы туплап эшләнек, тимәк уға егерме өс йыл әҙерләндек, – ти Анна Сергеевна конкурс хаҡында һөйләгәндә. Улай ғына ла түгел, быйыл “Был беҙҙең ғаиләлә була торған хәл” (“Это у нас семейное”) конкурсында ла ҡатнашып, әлеге көндә ярымфиналға сыҡҡандар.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: “Йыл ғаиләһе” бәйгеһендә Әхмәровтар, аҙаҡ ойоштороусылар билдәләүенсә, һәр номинацияла еңә алған, сөнки улар, ысынлап та, төрлө яҡтан да өлгө. Матур мөхәббәт тарихтары, күп балалы булыуҙары менән дә алдыра улар, шул уҡ ваҡытта һәләтле ғаилә данына ла ҡаҙанған. Бынан тыш Әхмәровтар ата-әсәгә, оло быуынға хөрмәт менән бағыу, нәҫел-ебеңде белеү йәһәтенән дә һоҡландыра. Мәҫәлән, ҡыҙ тормош иптәшен атаһына оҡшатып һайларға тырыша тиҙәр, ә бит ҡасандыр Аннаның атаһы Сергей Коновалов та полиция хеҙмәткәре була, аҙаҡҡы көнөнә тиклем ғәҙеллек өсөн көрәшә, осраҡлымы-түгелме, кейәүе лә уның юлынан китә. Ә инде килен кешенең ҡәйнәһе Хәҙисә Мирсәйет ҡыҙы менән йылы мөнәсәбәте, белгәнде өйрәтеү, ҡурсалау күренеше бөгөнгө ҡәйнәләр-килендәр институты өсөн сағыу бер миҫал.
“Һеҙҙе Президент күрергә теләй”
...Яңы йыл каникулдары тамамланып, эшкә күнеккән мәл, шул саҡ Мәскәүҙән шылтыратыу килеп етә: “Һеҙҙең менән Президент осрашасаҡ, әҙерһегеҙме?” Күп тә үтмәй инде Владимир Путин менән бына улар күҙгә-күҙ ҡарашып, ихласлап һөйләшеп ултыралар. Ысынлап та, йылы бер аралашыу булып иҫтә ҡала был осрашыу һәм Әхмәровтар өсөн генә түгел...
“Һеҙ афарин ғаилә! Мин Башҡортостанды бик яратам! Башҡорттар үҙ теләге менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылып, үҙҙәренә бергә булырға, һынау килгән осраҡта аттарына атланып яҡларға сығырға тигән яуаплылыҡ та ала һәм был яуаплылыҡты һәр саҡ тойоп йәшәй!” – тип әйтә Владимир Владимирович Әхмәровтар менән аралашҡанда. Шул мәлдә күп балалы ғаилә республика өсөн ғорурлыҡ кисереүен йәшермәй.
– Президенттың ябайлығы һоҡландырҙы, залға килеп ингәс тә үҙ кешебеҙ килеп ингәнен тойҙоҡ, – тигән тәьҫораттары менән бүлешә ғаилә башлығы.
Был осрашыуҙа Башҡортостандан тыш байтаҡ күп балалы ғаиләләр йыйыла. Аралашыу мәлендә бөгөнгө көндә Рәсәйҙә ғаилә институты үҫеше, күп балалы ғаиләләр һәм уларға дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ бара. Рәсәйҙә быйылғы йылды “Ғаилә йылы” тип иғлан итеү ҙә осраҡлы ҡарар булмауын белдерә Президент. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаилә нигеҙе концепцияһын ҡайтанан ҡарап сығыу – көнүҙәк булып тора. Шуға йыл башынан үҙенең Указы менән төрлө ярҙам сараларын нығытып ҡуйыу ҙа “Ғаилә йылының” ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмауын иҫбатлай. Мәктәптә бушлай ашатыу, бушлай юл йөрөү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, сараларҙы бушлай ҡарау һәм башҡа шарттар барыһы ла Рәсәй ғаиләһе иғтибар үҙәгендә булыуын иҫбатлай. Ә инде Әхмәровтар һымаҡ ҙур, татыу, тырыш, һәләтле һәм бәхетле ғаиләләр илдең терәге, нигеҙе булып ҡала. Ошондай ике-ара гармония булғанда, илебеҙҙең киләсәге өсөн хәүефләнергә урын юҡ.
Әңгәмә мәлендә Анна Сергеевна: “Ғаиләбеҙ, мөхәббәтебеҙ тарихы “ҡул һыныуҙан башланғайны”, – тип шаяртҡайны. Бәлки яҙмыш ҡушыуы шулдыр, әммә артабанғыһы хәҡиҡәт: нисек һәм ниндәй шарттарҙа танышыуҙары, ҡауышыуҙарына ҡарамаҫтан, Әхмәровтар ошо саф мөхәббәттәрен мең тапҡыр арттыра алып, балаларына, тирә-яҡтарына бәхет итеп өләшкән! Ошо бәхеттән Хоҙай инде артабан да араламаһын!..
Рәмил МАНСУРОВ.
Фото ғаилә архивынан алынды.