Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Февраль 2024, 06:14

Бүләктәр йылы ҡулдарға тапшырыла

Һеҙгә лә, беҙгә лә ниндәй күңелле, дуҫтар! Һеҙ ҡулығыҙға “Ашҡаҙар” гәзитенең яңы һанын алып ҡыуанаһағыҙ, беҙ шундай дуҫтарыбыҙ барлығына, уларҙың күп булыуына шатланабыҙ. Әммә тағы бер бәхетле һәм көтөп алынған мәл, әлбиттә, 2024 йылға “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу һөҙөмтәләрен барлау.

Бүләктәр йылы ҡулдарға тапшырылаБүләктәр йылы ҡулдарға тапшырыла
Бүләктәр йылы ҡулдарға тапшырыла

Бүләктәрҙе баш мөхәрриребеҙ Рәмил Мансуров отоусыларҙың йылы ҡулдарына тапшыра килә, ошо йылы ҡулдар аша беҙ һеҙҙең күңел йылылығыҙҙы ла тойоп, рухланып, дәртләнеп, артабан да ең һыҙғанып ижад итәбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Һүрәттә: күптәнге тоғро уҡыусыбыҙ Фәниә апай Амангилдина һәм яҙыусы Рәшит ағай Заһиҙуллиндың бүләген ҡыҙы Алмира Кинйәбулатоваға тапшырыу мәле.
“Ашҡаҙар”ҙар.

Бүләктәр йылы ҡулдарға тапшырыла
Бүләктәр йылы ҡулдарға тапшырыла
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас