Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль , 19:00

Ҡарағайҙар араһында

Дүшәмбе Стәрлетамаҡ районында “Ҡарағайҙар” исемле экологик туристик база асылды. Уны асыуҙа (онлайн рәүештә) Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһенә район башлығы Рита Сәмиғуллина эшҡыуар Балы Алтындың үҙенсәлекле йүнселлеге, урындағы туризм үҫеше тураһында һөйләп үтте. Был ял базаһы власть һәм бизнестың бер төптән эшләй алыуының бер миҫалы булып тора, эшҡыуар база булдырыуға, мәҫәлән, дәүләт ярҙамы алған.

Ҡарағайҙар  араһында
Ҡарағайҙар араһында

Атап әйткәндә, ул модулле капитал булмаған мөлкәт булдырыуға субсидия юллаған. Әйткәндәй, республикала был программа буйынса эшҡыуарҙарға йәмғеһе 850 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән – ул аҡсалар 2023-2024 йылда туристарҙы урынлаштырыу өсөн өҫтәлмә 600 самаһы урын булдырыуға йүнәлтеләсәк. “Ғөмүмән, Башҡортостанда туристик инфраструктураны йәлеп итеүгә беҙ 1,5 миллиард һум йәлеп иттек, инвестицияларҙы ҡушып иҫәпләгәндә, был сумма 3,6 миллиард һум тәшкил итә. Республика Волга буйы федераль округында туристарҙы йәлеп итеү буйынса өсөнсө урында, ә Рәсәйҙә 13-сө урында килә. 2024 йылдың, мәҫәлән, 11 айында ғына ла 2,1 миллион турист иҫәпләнгән, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 19 процентҡа күберәк. Бынан тыш, 219 мең кеше Башҡортостан шифаханаларында ял итте”, – тип белдерҙе яңы туристик база асыу тантанаһында Радий Фәрит улы.

Әлеге ял базаһы һуңғы йылдарҙа кешеләр араһында киң ихтыяж тыуҙырған тәбиғәт ҡосағында ял итеү күренешен тағы ла үҫтереп ебәреүенә шик юҡ.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: