Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 17:13

Башҡортостан «Бөтә ғаилә менән» проекты еңеүселәре буйынса беренсе урында килә

Башҡортостан «Бөтә ғаилә менән» проекты еңеүселәре буйынса Рәсәйҙең биш төбәге иҫәбенә инде. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында «Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге етәксеһе Ринат Хәбиров һөйләне.

Башҡортостан «Бөтә ғаилә менән» проекты еңеүселәре буйынса беренсе урында килә
Башҡортостан «Бөтә ғаилә менән» проекты еңеүселәре буйынса беренсе урында килә

Эфир ҡунағы әйтеүенсә, республикабыҙҙан 209 кеше финалға сыҡҡан. Шулай уҡ Краснодар һәм Красноярск крайы, Ульяновск өлкәһе һәм Карелия — лидерҙар рәтендә.

Бынан тыш, Башҡортостан конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса өсөнсө урынды биләй, тип өҫтәне спикер.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бөтә ғаилә менән» проектында ҡатнашыусылар аҙнаһына бер тапҡыр ғаилә менән төрлө эштәр башҡара (мәҫәлән, бергәләп киске аш әҙерләй, музейға бара, спорт менән шөғөлләнә).

Проектта ҡатнашыу өсөн проекттың төркөмөнә яҙылырға, һылтанма буйынса теркәлергә, эште башҡарырға һәм #всейсемьей #всейсемьей02 хештегтары менән фото һалырға кәрәк.

Иң әүҙем ғаиләләр Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-09/bash-ortostan-b-t-ail-men-n-proekty-e-e-sel-re-buyynsa-berense-urynda-kil-3637913

 

Автор:
Читайте нас: