Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль , 11:05

БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...

Стәрлетамаҡта үҙенсәлекле проект эшләп килә   ...Уны, ғәҙәттә, беҙ, ирҙәр, никах, ҡөръән аштарына, ҡунаҡҡа кейеп барабыҙ, мәсеткә намаҙға, хәйер һалырға барғанда баштан төшмәй. Улай ғына ла түгел, салғы сыңлатып, арып-талып бесән сапҡан мәлдә лә иртән эләктереп алып сығып китәбеҙ, эҫенән һаҡлай ул. Хәйер, ҡояштан ғына түгел, борондан яман күҙҙәрҙән дә ҡурсалаусы тигәндәр уның хаҡында. Эйе, һүҙем түбәтәй хаҡында!..

БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...
БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...

Әлбиттә, хәҙер түбәтәйҙең нин- дәйе генә юҡ, теләгең генә булһын: фабрика етештергәне лә бар, оҫталар эшләгәне лә. Мәсеттәрҙә, күргәҙмәләрҙә, баҙарҙарҙа алырға була. Нисек кенә булмаһын, ҡул тейҙереп, кеше йылыһы һеңеп тегелгәненә етмәй инде. Бигерәк тә әсәйең, ҡатының, ҡыҙың үҙе эшләп бүләк иткән түбәтәй ҡиммәт. Тик был еңел эш түгел, шулай ҙа тырышҡанда башҡарып сығырға була, ти оҫталар. Мәҫәлән, ҡалабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер был баш кейемен яҡындарына үҙҙәре эшләп бүләк итә ала. Был йәһәттән уларға “Милләт хазинаһы – түбәтәй” проекты ярҙамға килә.

Проект Мәҙәни башланғыстар буйынса президент фонды гранты ярҙамы менән “Алтын Ай” оҫтаханаһы ҡатнашлығында “Булат” тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның дөйөм хаҡы 645 мең һум тәшкил итә, шул иҫәптән 470 мең һумы – грант бюджеты иҫәбенә.

– Был проект, әлбиттә, түбәтәй эшләүҙе генә күҙ уңында тотмай, уның сиктәрендә онлайн марафон да үтәсәк, күргәҙмәләр ҙә ойоштороласаҡ, китап сығарыласаҡ, – тип һөйләп үтте милли баш кейеме эшләү буйынса тәүге оҫталыҡ дәресе башланыр алдынан “Булат” үҙәге етәксеһе Айнур Үтәев. – Түбәтәй эшләүҙә иллегә яҡын кеше йәлеп итһәк, дөйөм проект биш йөҙгә яҡын кешене ылыҡтырырға тейеш.

Әйткәндәй, был “Булат” тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәгенең коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ тормошҡа ашырған беренсе проекты түгел, Айнур Фәнис улы быға тиклем шулай уҡ грант ярҙамында ҡалабыҙҙа уҡтан атыу милли спорт уйынын йәйелдереп ебәрҙе, хәҙерге ваҡытта төрлө мәктәптәрҙә түңәрәктәр ойошторолоп эшләп килә. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташ-тарыбыҙға таҡтаташтар асыу эшен дә башҡара ул.

...Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл килеп етте. Бер төркөм ҡыҙҙар, әсәйҙәр, апайҙар ҡулдарына тауар алды һәм түбәтәй эшләү буйынса ҡалала ғына түгел, барлыҡ республикаға танылған “Алтын Ай” етәксеһе Айгөл Сәйфуллинаға баҡты.

– Ашыҡмағыҙ, ҡыҙҙар, халҡыбыҙ ете ҡат үлсә – бер ҡат киҫ, ти. Шуға тәү сиратта ниндәй түбәтәй эшләйбеҙ, шуға ҡарап материал әҙерләйбеҙ, уға тиклем ҡағыҙҙа һыҙып ҡарайбыҙ, – тип башлап китте дәресен оҫта. – Ҙурлығына ҡарап, уртаса түбәтәйгә 1,5 метр оҙонлоҡта 0,2 метр киңлектә тауар кәрәк. Башта йыуабыҙ, үтекләйбеҙ, шунан һуң төп эшкә тотонабыҙ, – тип тә өҫтәй ул.
Кис ултырыусылар сигә, киҫә, үлсәй... Килеп сыҡмаған урында-рын оҫтабикәгә күрһәтә. Көлөшөп тә алалар, йырлап та, кинәнеп башҡортса һөйләшәләр. Шулай итеп, өс-дүрт сәғәт ваҡыт үтеп тә китте. Эш араһында Айгөл ханым оҫталыҡ дәресе күрһәтеп кенә ҡалмай, был милли кейем хаҡында йәш быуынға һабаҡтарын да еткерә бара:

– Төрки халыҡтар ир-аттарының ғүмерлек юлдашы түбәтәй башҡорт милли кейеменең дә айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора һәм, шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа асы-лыбыҙ йәнә ошо һаҡлаусы-ҡурса-лаусы баш кейеменә әйләнеп ҡайта. Иғтибар итһәгеҙ, башҡорт түбәтәй-ҙәре тирмәгә оҡшап тора, – ти ул.

Шулай итеп, эш тамам, түбәтәй әҙер, хәҙер оҫтабикәләргә үҙ ҡулдары менән эшләгән баш кейемен яҡын кешеләренә йөрәк йылыһы менән бүләк итергә генә ҡала.
Әйткәндәй, проект шарттарына ярашлы, эшләү өсөн материал бушлай бирелә, аҙаҡ әҙер продукцияны үҙең менән алып ҡайтырға мөмкин, шулай уҡ оҫталыҡ дәресе үткәргәнгә лә хаҡ алынмай. Теләк кенә булһын, өйрәнәм тигән кешегә мөмкинлектәр сығып ҡына тора. Был түбәтәйҙәр кешеләрҙең үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, милләтебеҙҙең бер биҙәлеше, ҡомартҡыһы булып һаҡланһын!..

Рәмил МАНСУРОВ.
Раушания ЙОМАҒУЖИНА, Айнур ҮТӘЕВ фотолары.

БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...
БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...
БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...
БАШҠОРТ ТҮБӘТӘЙЕ ТИРМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТӘ...
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: