Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 16:25

Ике игеҙәктең кәүҙәләре Мәскәү янында табылған

Ошо көндәрҙә Мәскәү янындағы Свитино ауылындағы өс пенсионерҙың мәйете табылған. Ике ҡорбан – Стәрлетамаҡ пенсионерҙары, игеҙәктәр Ирина Хант һәм Наталья Козельская.

Ике игеҙәктең кәүҙәләре Мәскәү янында табылған
Ике игеҙәктең кәүҙәләре Мәскәү янында табылған

Өсөнсөһө уларҙың әхирәте, йорт хужабикәһе –Светлана Филанович, ҡатындар бергә Өфөлә уҡыған.

Коттедждан ҡиммәтле әйберҙәр: йорт хужаһының аҡсаһы, кеҫә телефоны һәм элиталы машинаһы урланған. Билдәле булыуынса, ул – эшҡыуар, полимер продукцияһы етештереү буйынса ҙур заводҡа эйә булған.

Үлтерелгән ҡатындарҙы күршеһе таба, ул инде бер нисә көн дауамында уларҙың участокта күренмәүенә борсола. Полиэтилен пакетҡа һалынған бер мәйет баҫҡыс аҫтында подвалда табыла. Тағын ике ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһе бүлмәләрҙә була. Енәйәтсе уларға бер нисә тапҡыр атҡан.

Фажиғә 5 февралдә булған тип фаразлана. Оперативниктар енәйәтсенең ҡойма аша инеп, ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм итеүен асыҡлаған. Башҡортостандан игеҙәк ҡатындар осраҡлы ҡорбандар булырға мөмкин.

Енәйәтсе Рәсәй территорияһынан сығып киткән тигән мәғлүмәт бар. Тәфтиш комитеты ғәйепләнеүсене ситтән тороп ҡулға алыуҙы талап итә.

 

 

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас: