Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль , 15:29

Белоруссияла башҡорт ашнаҡсылары ғәйәт ҙур ҡыҫтыбый бешергән

Башҡортостан ашнаҡсылары ғәйәт ҙур ҡыҫтыбый бешереп, 500-ҙән ашыу кешене һыйланы. Милли ризыҡты Минскиҙа «Ҡунаҡсыл Башҡортостан» фестивалендә әҙерләнеләр. Бының өсөн 40 килограмм картуф, 15 килограмм һуған, 12 килограмм он, 3 килограмм аҡ май, 4 литр һөт, 7 литр һыу кәрәк булды. Ҡыҫтыбыйҙы диаметры өс метрлыҡ махсус табала бешереп алдылар.

Белоруссияла башҡорт ашнаҡсылары ғәйәт ҙур ҡыҫтыбый бешергән
Белоруссияла башҡорт ашнаҡсылары ғәйәт ҙур ҡыҫтыбый бешергән

Фестиваль Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға сәфәре ваҡытында ойошторолдо.

«Фестивалдә Өфөнөң оҫта ашнаҡсылары белорустарҙы республикабыҙ аш-һыуы менән таныштырҙы», - тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Бынан тыш, ике көн буйына республиканың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы командаһы башҡорт милли ризыҡтары: итле һәм татлы гөбәҙиә, сәй-бәлеш, табикмәк, тары ярмаһы менән ҡыҫтыбый бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шулай уҡ Минск халҡы йылҡы ите менән өлөш, аҡ шоколадлы эремсек (ҡыҙыл эремсек), талҡандан кәнфит һәм эремсек соусы ҡушылған бауырһаҡ менән һыйланды.  

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-12/belorussiyala-bash-ort-ashna-sylary-y-t-ur-y-tybyy-besherg-n-3640032

 

Белоруссияла башҡорт ашнаҡсылары ғәйәт ҙур ҡыҫтыбый бешергән
Белоруссияла башҡорт ашнаҡсылары ғәйәт ҙур ҡыҫтыбый бешергән
Автор:
Читайте нас: