Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Февраль 2024, 12:18

Өфөлә йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтә

Өфөлә 15 һәм 22 февралдә пассажирҙар транспортын тикшереү ойошторола. Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, рейдтар аварияларҙы кәметеүгә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Өфөлә йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтәӨфөлә йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтә
Өфөлә йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтә

«Автобустарҙың техник торошона, водителдәрҙең рейс алдынан медицина һәм техник тикшереү үтеүенә, уларҙың хеҙмәт һәм ял режимын, шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыуҙа билдәләнгән нормаларҙы үтәүенә айырыуса иғтибар бүленә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Өфө дәүләт автоинспекцияһының техник күҙәте һәм юл-патруль  хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа федераль суд приставтары хеҙмәте, шулай уҡ федераль һалым хеҙмәте лә йәлеп ителә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-14/f-l-y-m-t-transporty-voditeld-ren-tikshere-k-t-3643424

 

Автор:
Читайте нас