Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 04:05

ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!

Сәбәптәр, нәтижәләр хаҡында уйламаныҡ, ти Рафаил Ғарифуллин ...Бер-бер артлы буй еткергән улдарының яҙмыштары хаҡында ата-әсә кеше уйланғандыр, уйланмай ҡалмағандыр. Өҫтәүенә, ана бит, һуғыш бара, Совет һалдаттары Афғанстан халҡын азат итә. Ә бына әрмегә юлланған егеттең иҫе лә китмәй, Ватаны һалдатты ҡайҙа ебәрә – шунда хеҙмәт итергә тейеш, кәрәк икән башын да һалыр, яуға инер!..

ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР  ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР  ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!
ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!

Ә бына ата-әсәнең борсолоуы, ысынлап та, һиҙгерлекме был, нигеҙһеҙ булмай – Рафаил Ғарифуллин хәрби бә-релештәр урынына хеҙмәт итергә юллана. Был хәбәрҙе өйҙәгеләр ике ай тигәндә саҡ белә, шуға тиклем дә, унан һуң да күпме “ут йотоп” йәшәне икән әсә кеше?!.

– Беҙ йәш саҡта, ил тарҡалырға курс алһа ла, патриотик рухтың әле ныҡлы сағы ине, шуға хәрби кейем кейҙереп, “Һеҙгә ҙур ышаныс күрһәтелә, һеҙҙән яуаплылыҡ талап ителә, Афғанстан халҡын азат итергә юлланаһығыҙ!” – тигәс командир, был яңылыҡты тейешле тип ҡабул иттек. “Ни өсөн мин, ни өсөн азат итәбеҙ һәм кемдән?” һымағыраҡ һорауҙарҙан ары тора инек, – тип һөйләп китте Рафаил Фәйзулла улы. – Әле лә, минеңсә, илдә шулай булырға тейеш: кемдең һаулығы бар, һәммәһе лә Тыуған ил алдында килеп тыуған һынауҙы берҙәм көйө үҙ иңенә ҡабул итһен ине, Ватан ҡуйған бурыстар һәр дәүерҙә лә бер!

Өс ай әҙерлек курсы үткәндән һуң, Афғанстандағы Джелалабад ҡалаһына автомобилселәр батальонына ебәрәләр уларҙы. Шунда үтә лә инде ике йыл ғүмер. Бында, әлбиттә, “ике” тигән һүҙ бер һағайтһа, “ғүмер” тигән төшөнсә йәнә уйға һала. Ысынында иһә бит шул ике йыл эсендә нисәмә тапҡыр хәрби операцияларҙа ҡатнашырға тура килә, ә күпме тапҡыр ғүмер әжәл үткерлеген һынай...

– Колонна менән китеп барабыҙ, мин “Урал”да, шул саҡ тау-таш араһынан дошман пуляһы оса башлай, ма-шиналарҙы шартлаталар, аталар... Өҫтән вертолеттар оҙата барыуға ҡарамаҫтан, ҡурҡмайҙар ҙа. Колоннаны айырырға тип уртаға ут асалар, ул саҡта, йәнәһе, беҙҙе юҡ итеү еңелерәк. Әммә бурысты үтәй инек, – тип хәтирәләргә бирелә яугир-ветеран. Әлбиттә, бурыс үтәлгән һәм бер тапҡыр ғына түгел, шул уҡ ваҡытта юғалтыуҙар ҙа булмаған түгел.

– Һаҡланыу сараһы көслө булғанмы, Хоҙай һаҡлағанмы, ике йыл эсендә бер тапҡыр хатта тәнем дә һыҙырылманы – шуға һаман да иҫем китә, ә бына егеттәрҙе, дуҫтарҙы һаҡлап ҡалып булманы, йән дуҫым Илгиз

Халиҡовтың ауыуы бигерәк тә тетрәндерҙе, – тип тәрән уйҙарын да асып һалды Рафаил Фәйзулла улы. Бөгөнгө көндә ул өйләнеп, ҡатыны Эльнара менән Эльвина һәм Динисҡа ғүмер биреп, уларҙың ҡорған ғаиләләренә ҡыуанып, Башҡорт сода компанияһында слесарь булып эшләп йөрөй – күрәһең, маңлайына яҙылған был тәҡдирҙе үтеп сығыр өсөн теге саҡта, бәлки, “тәне лә һыҙырылмай” ҡалғандыр ҙа инде...
Һуғышҡа бәйле үҙенсәлекле фекерҙәрен дә еткерҙе яугир-интернационалист әңгәмә мәлендә: “Һуғышҡа килеп ингәс, башта ҡурҡаһың, әлбиттә, аҙаҡ өйрәнеп китәһең дә, хәүефте артыҡ тоймай башлайһың – шуныһы ҡурҡыныс. Һуғыштан иҫән ҡайтыу – ҙур бәхет, әммә көнө-төнө яу эсендә йөрөгән көйө ҡәҙимге тормошҡа өйрәнеү ауыр – батырҙарын ҡабул иткән йәмғиәт ошо хаҡта ла уйланһын ине”, – тип мөр`жәғәт итә.

Рафаил Ғарифуллин, инде тормош тәжрибәһе туплаған ир сүрәтендә, яу яланында үткән ғүмере тураһында йыш ҡына уйлана, анализлай, әммә әле лә, мыйыҡ баҫып килгән ун һигеҙ йәшлек ул мәлендә лә уның тормош ҡануны бер: антына тоғро булып, Тыуған илен һаҡлауына һис тә үкенмәй!..

15 февралдә 11:00 сәғәттә ҡалабыҙҙың Яугир-интернационалистар стелаһына сәскә һалыу һәм Афғанстанда һуғыш тамамланыуға 35 йыл тулыу айҡан-лы митинг үтә. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Рәмил МАНСУРОВ.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.

ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР  ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!
ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР  ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!
ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР  ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!
ВАТАН ҠУЙҒАН БУРЫСТАР ҺӘР ДӘҮЕРҘӘ ЛӘ БЕР!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас