Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Февраль 2024, 10:34

Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк эшсәндәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, уларға һөнәри оҫталығы, көндәлек көсөргәнешле хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙыБашҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

«Ошо ҡатмарлы тарихи осорҙа беҙҙең быуынға Ватаныбыҙҙы һаҡлау тигән ифрат яуаплы бурыс ҡуйылды. Алғы һыҙыҡта һәм хеҙмәт фронтында. Һәр беребеҙ еңеүҙе яҡынайтырға тырыша. Һәр кем хәленән килгәнсә ошо эштә ҡатнаша.

Беҙ аҙаҡҡаса антына тоғро ҡалған, үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Эшселәр, аграрийҙар, табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар менән ғорурланабыҙ. Тормошобоҙҙо яҡшыртҡан бар яҡташтарыбыҙ менән», - тине Радий Хәбиров.

Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 60 йыға яҡын педагогик стажы булған Башҡорт дәүләт медицина университетының Ветерандар советы ағзаһы Роза Сәфәрова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.Ул уҡытыусынан алып латин теле курсы мөдиренә тиклем хеҙмәт юлы үткән. Башҡорт драматургтарының байтаҡ пьесалары инглиз теленә лә ул тәржемәләгән.

Дүртөйлөнөң «ЖелезобетонСтронег» заводы директоры Мәүлиҙә Иҙрисова «Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул предприятиела яңыртыу эштәре, энергия сығымдары өс тапҡырға кәмене. Хеҙмәт етештереүсәнлеге йылдан-йыл арта. Предприятие коллективы ҡаланы һәм районды үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Перспективалы тикшеренеүҙәр фонды проекты етәксеһе Иршат Ихсанов Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды. Юғары класлы белгес күп йылдар илдә ҡорал һәм хәрби техника етештереүҙе модернизациялауҙа әүҙем ҡатнаша. Ә хәҙер республикабыҙҙа алдынғы технологияларҙы индереү менән шөғөлләнә.

«Бөгөн республиканың хәрби комиссарҙарына һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырабыҙ. Уларҙың эше ярҙамында бөгөн илдең оборона ҡеүәте булдырыла һәм нығый бара. Беҙҙең хәрби комиссариаттарҙа контрактсылар һәм мобилизацияланғандар менән эш һөҙөмтәле атҡарыла. Хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм хеҙмәткә саҡыры юғары кимәлдә алып барыла.

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә йәнә бер тапҡыр рәхмәт! Һәр берегеҙ йылы һүҙҙәргә лайыҡ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем», - тине Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-21/bash-ortostan-bashly-y-vatandy-a-lausylar-k-n-aldynan-d-l-t-nagradalaryn-tapshyr-y-3652722

 

Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас