Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Февраль 2024, 09:35

Башҡортостан – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Мәғариф көнө эшлекле программаһында ҡатнашты. Сара Милли ҡаҙаныштар форумы сиктәрендә «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында үтә.

Башҡортостан – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендәБашҡортостан – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә
Башҡортостан – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә

Төбәк етәксеһе Рәсәй Мәғариф министрлығының «Мөһим төшөнсәләр хаҡында һөйләшеү: мәғариф өлкәһе» пленар сессияһында сығыш яһаны. Көн үҙәгенә мәғариф өлкәһендәге төп һөҙөмтәләр һәм ҡаҙаныштар мәсьәләләре ҡуйылғайны.

Сессия эшен илдең Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова асты. Ул 2023 йылда Рәсәйҙең белем биреү сифаты буйынса донъяла алдынғылар иҫәбендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

2019 йылдан «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә был өлкәне яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 1,2 трлн ашыу йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә илдең белем биреү инфраструктураһы тулыһынса үҙгәргән.

Мәҫәлән, 2019 йылдан Рәсәйҙә 6 меңдән ашыу мәктәп төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән, 1 676 балалар баҡсаһы барлыҡҡа килгән.

Бынан тыш, илдә берҙәм белем биреү киңлеге үҫешә. Бында белем биреү программаларын системалаштырыу, заманса дәреслектәр әҙерләү һәм «Минең мәктәбем» платформаһы кеүек комплекслы һанлы продукттарҙы ғәмәлгә индереү күҙ уңында тотола.

Вице-премьер Татьяна Голикова был эшмәкәрлектә Рәсәй төбәктәренең мөһим роль уйнауын билдәләне һәм идара итеү командаларына әүҙем эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Мәғариф өлкәһенең үҫеш йомғаҡтары тураһында тулыраҡ Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һөйләне. Ул шулай уҡ дәүләт белем биреү сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙағы, атап әйткәндә, – балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙең матди базаһын яңыртыуҙа, шулай уҡ яңы белем биреү учреждениеларын төҙөүҙә – алдынғы төбәктәрҙе атаны. Бындай төбәктәр араһында министр Башҡортостанды айырым билдәләне.

2019 – 2023 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, республика төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә ингән. Заманса белем биреү инфраструктураһын булдырыу буйынса милли проекттарҙы һәм дәүләт программаларын юғары кимәлдә тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Награданы төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа вице-премьер Татьяна Голикова тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы республиканың педагогик берләшмәһе һәм төбәк уҡыусыларынан Рәсәй Хөкүмәтенә, илдең Мәғариф министрлығына берлектәге һөҙөмтәле эшмәкәрлек һәм республиканың мәғариф өлкәһендәге сәйәсәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостандың 519 мең мәктәп уҡыусыһы һәм 68 мең педагогик хеҙмәткәренән «Мәғариф», «Демография» һәм, әлбиттә, мәктәптәргә капиталь ремонт үткәреү президент программаһы сиктәрендә башҡарған ҙур команда эше өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ, ысынлап та, Рәсәй мәктәбенең тышҡы йөҙөн һәм эске йөкмәткеһен ҡырҡа үҙгәртәбеҙ. Мәктәбебеҙ менән ғорурландыҡ, ғорурланабыҙ һәм ғорурланасаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шулай уҡ Рәсәй Мәғариф министрлығының эшлекле командаһына хөрмәтебеҙҙе белдерергә теләйем. Беҙ бер-беребеҙҙе ишетәбеҙ һәм хуплайбыҙ.

Билдәләп үтәбеҙ: 2022 йылдан «Мәғариф» һәм «Демография» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 38 мең бала белем алған 140 мәктәп бинаһы яңыртылған. 215 спорт залы һәм 25 асыҡ спорт майҙансығы ремонтланған. 650 мәктәп заманса һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ә биш йыл эсендә төбәктә барлығы 31 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөгәндәр.

Журналистар менән әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала мәктәп биналарын яңыртыу буйынса президент программаһын ғәмәлгә ашырыу хаҡында ентекләберәк һөйләне.

– Беҙ заявка биреү кампанияһын яҡшы ойошторҙоҡ. Беҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығына, афарин, тип әйтергә кәрәк. Ремонт үткәрелгән биналар һаны буйынса – уларҙың иҫәбе 140 – беҙ Рәсәйҙә – беренсе, ә был программаға федераль ҡаҙнанан йүнәлтелгән сумма буйынса өсөнсө урында. Бында йыл һайын бүленгән бер нисә миллиард һум хаҡында һүҙ бара, һәм ошо ярҙамдан тыш былай уҡ алға китә алмаҫ инек. Был яңы биналар, яңы ашханалар, яңы спорт залдары. Шуныһы мөһим: бүленгән аҡсаларҙың 60 проценты самаһын ауыл мәктәптәрен модернизациялауға йүнәлтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

 
ВКонтакт 
Автор:
Читайте нас