Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Февраль 2024, 06:28

Стәрлетамаҡ мэры мәктәптәрҙә теракттар ойоштороу менән янған хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов 26 февралдә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә интернетта таралған шомло хәбәрҙе кире ҡаҡты.

Стәрлетамаҡ мэры мәктәптәрҙә теракттар ойоштороу менән янған хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡтыСтәрлетамаҡ мэры мәктәптәрҙә теракттар ойоштороу менән янған хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты
Стәрлетамаҡ мэры мәктәптәрҙә теракттар ойоштороу менән янған хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты

«Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡалабыҙҙың белем биреү ойошмаларында шартлатҡыс һалыныуы йәки теракттарға әҙерлек алып барылыуы хаҡында аноним хәбәрҙәр таратыла, — тип яҙа ул. — Был хәл хоҡуҡ һаҡлау органдары контролендә. Һәр осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә. Аноним сығанаҡтарҙан мәғлүмәт ялған тип иҫәпләнә. Ул халыҡ араһында паника тыуҙырыу һәм йәмғиәттең тотороҡлоғон ҡаҡшатыу өсөн таратыла».

Мэр граждандарҙы имеш-мимештәргә ышанмаҫҡа һәм уларҙы таратмаҫҡа, бары тик тикшерелгән мәғлүмәт сығанаҡтарынан ғына файҙаланырға һәм паникаға бирелмәҫкә саҡырҙы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-26/st-rletama-mery-m-kt-pt-r-terakttar-oyoshtorou-men-n-yan-an-h-b-r-r-e-kire-a-ty-3657531

 

Автор:
Читайте нас