Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 13:05

Башҡортостан халҡына контракт хеҙмәте тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк?

МХО-ла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән республика кешеләренә тейешле түләүҙәрҙең һәм ташламаларҙың иң мөһимдәре хаҡында һөйләйбеҙ.

Башҡортостан халҡына контракт хеҙмәте тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк?Башҡортостан халҡына контракт хеҙмәте тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк?
Башҡортостан халҡына контракт хеҙмәте тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк?

1. КОНТРАКТ ТӨҘӨҮСЕЛӘР АЙЫНА 200 МЕҢ ҺУМДАН КҮБЕРӘК АҠСА АЛА

МХО-ла ҡатнашҡан контракт-сылар Оборона министрлығынан 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр бирелгән түләү, 2023 йылдың 11 ноябренән һуң контракт төҙөгәндәр Башҡортостандан өҫтәмә 100 мең һум һәм ай һайын кәмендә 210 мең һумға торошло эш хаҡы алырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, айырым ҡаҙаныштар, хәрби дәрәжә өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
8 000 һум — әүҙем һөжүм хәрәкәттәре осоронда һәр тәүлек өсөн
50 000 һум — һөжүм итеүсе отрядтар составында һәр үтелгән километр өсөн
100 000 һум — танкты юҡ иткән өсөн
200 000 һум — вертолетты юҡҡа сығарған өсөн
300 000 һум — HIMARS, «Точка-У» ҡорамалдарын сафтан сығарған өсөн
500 000 һум — Leopard, Abrams, Challenger танкын юҡ иткән өсөн
1 000 000 һум — Leopard, Abrams, Challenger танктарын, HIMARS ҡорамалын сафтан сығарған өсөн

2. Документтар тапшырыу ябайлаштырылды

Ғаризаны һайлап алыу пункты инструкторы ҡарай һәм 10 минутта ҡарар сығара. Хәрби частың ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, контракт төҙөгәнгә тиклем ике-биш тәүлек үтеүе бар. Тәртип түбәндәгесә:
1. Һайлап алыу пунктына йәки хәрби комиссариатҡа документтар тапшырыу:
  9x12 (1 дана) һәм 3x4 (4 дана) фотолар эшләтеү;
  автобиография;
  белемде раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
  тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе;
  никах, никахты өҙөү, балаларҙың тыуыу тураһында танытмаларҙың күсермәләре;
  паспорттың күсермәһе (яҙыу булған барлыҡ биттәре);
  хәрби билеттың күсермәһе (яҙыу булған барлыҡ биттәре);
  ИНН-дың күсермәһе;
  Банк картаһының реквизиттары («МИР» түләү системаһының булыуы мотлаҡ).
2. Психолог менән әңгәмә һәм медицина тикшереүе үтеү.
3. Тейешле күрһәтмә алып, хеҙмәт урынына барырға һәм контракт төҙөргә.

3. КОНТРАКТТЫ 60 ЙӘШКӘ ТИКЛЕМГЕЛӘР ТӨҘӨЙ АЛА

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә – 60 йәшкә тиклемге, һирәк һөнәрҙәр һәм айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Килешеүҙе запастағылар ҙа, хәрби хеҙмәт үтмәгән, ләкин юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә булған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала.
Контракттың минималь ваҡыты – алты ай, офицерҙар өсөн – өс йылдан биш йылға тиклем.

 

4. МХО-ЛА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҒА ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ҒАИЛӘЛӘРЕНӘ БИХИСАП ТАШЛАМАЛАР ҠАРАЛҒАН

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына федераль кимәлдә (бөтәһе өсөн дә), шулай уҡ республиканан да (беҙҙә йәшәүселәр өсөн генә) бик күп ярҙам саралары ҡаралған. Улар иҫәбендә:
  хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм шуға ярашлы ташламалар;
  кәмендә алты айға бер тапҡыр ике аҙналыҡ түләүле отпуск;
  хәрби-медицина учреждениеларында бушлай тикшеренеү, дауаланыу һәм реабилитация үтеү;
  кредит һәм һалым каникулдары;
  яраланған (3 миллион һум) йәки һәләк булған осраҡта ғаиләгә (14 миллион һум) түләүҙәр;
  балаларға белем биреүгә льготалар (сираттан тыш балалар баҡсаһы, балалар баҡсаһында, мәктәптә бушлай туҡланыу, буш- лай оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнеү, колледжда бушлай уҡыу һәм башҡалар);
  балаларға йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында бушлай ял;
  фатирҙы баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге;
  бушлай шифахана-курорт дауаланыуы;
  федераль бюджет иҫәбенә ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау.

 

5. ҠАЙҘА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ?

  Берҙәм белешмә телефоны: 117
  Ситуация үҙәге 122 йәки 7 (347) 218-19-19
 Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты Хоҙайбирҙин ура- мы, 118-се йорт, 19-сы бүлмә. Телефоны 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51.
  «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисы
  «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә «Контракт буйынса хәрби хеҙмәт» бүлеге.
  «Telegram»да «МХО-ла ҡатна-шы­усыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары» чат-боты

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

 

 

Автор:
Читайте нас