2023 йылдың 1-се ярты йыллығында, депутаттарҙың үҙ һайлау округтарында ҡабул иткән граждандарҙың мөрәжәғәттәренән тыш, Советҡа 155 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, шуларҙың 19-ы яҙма, ә 143-ө телдән килгән. Советҡа тәүге ярты йыллыҡта 2 коллектив мөрәжәғәт йүнәлтелгән (йәмәғәт транспортының етешмәүе тураһында Михайловка биҫтәһе халҡынан һәм урам комитеты сиктәрен билдәләү буйынса 8-се “Көнбайыш” биҫтәһе халҡынан).
2023 йылдың икенсе ярты йыллығында, депутаттарҙың үҙ һайлау округтарында ҡабул иткән граждандарҙың мөрәжәғәттәренән тыш, Советҡа 79 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, шуларҙың – 14-е яҙма, ә 70-е телдән килгән. Мөрәжәғәттәрҙе ҡарағанда был мәсьәләлә компетентлы булған кешеләр тарафынан мөрәжәғәт итеүсегә аныҡ аңлатмалар бирелә.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, мөрәжәғәттәрҙең 75 проценты Совет ҡарамағына ҡағылышы булмаған һорауҙар, шуның өсөн улар тейешле дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидараларға йүнәлтелде.
Ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙең анализы, уларҙың алдағы йылдарҙыҡынан әллә ни принципиаль айырмаһы юҡ икәнен күрһәтте. Төп мөрәжәғәттәр йорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, светофор һәм йәйәү йөрөүселәр үткәүеле, квартал эсендәге территорияларҙа автотранспорттарҙың хәрәкәтен сикләү, мәрхәмәтлек ярҙамын күрһәтеүгә бәйле.
Яңы килгән мөрәжәғәттәр артабанғы мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала:
- торлаҡ биреү;
- тәрбиәгә алынған етем балаларға тотонолған сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн бюджеттан дотациялау;
- сүп-сарҙы таҙартыу һәм сығарыу;
- гараж кооперативтарына иғәнәләр түләү;
- төбәк ҡарамағындағы юлдарҙың сифаты;
- “Б.Хмельницкий” туҡталышын тергеҙеү;
- “Тыныслыҡ” мәҙәни, фәнни һәм социаль үҫеш төбәк йәмәғәт ойошмаһына бина биреү.
Совет регламентына ярашлы, Совет рәйесенең граждандарҙы ҡабул итеү графигы төҙөлгән. Уға ярашлы, һәр шаршамбы ҡала хакимиәтенең 330-сы бүлмәһендә 16:30 сәғәттән алып шәхсән һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ҡаралған. 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында ете кеше, икенсе ярты йыллығында биш кеше ҡабул ителгән.
Советтың регламенттарына ярашлы, депутаттар үҙҙәренең һайлау округтары халҡы менән даими осрашыуҙар үткәреп тора. Был осрашыуҙар барышында ҡа-ланың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле һорауҙарға асыҡлыҡ индерелә, граждандарҙың тәҡдимдәре, ғаризалары, ялыуҙары өйрәнелә һәм үҙ ваҡытында хәл ителеү өсөн контролгә алына. Шуның өсөн күп мәсьәләләр эш барышында уҡ хәл ителә, ә Советҡа килгән яҙма мөрәжәғәттәр кәмей бара.
Советтың регламенттарына ярашлы, граждандарҙы ҡабул итеү һәр айҙың өсөнсө аҙнаһында ойошторола. Граждандарҙы ҡабул итеү урыны, көнө һәм ваҡыты ай һайын “Ашҡаҙар”, “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәрендә баҫыла, Совет сайтында ла урынлаштырыла.
Советтың рәсми сайтында “Граждандарҙы ҡабул итеү” бүлеге эшләй, унда граждандарҙы ҡабул итеү графигы, бәйләнешкә инеү өлкәһендәге ҡануниәт буйынса төрлө мәғлүмәт урынлаштырылған. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре Советҡа почта аша “453100, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 32-се йорт” адресы буйынса ебәрелә, граждандың шәхсән рәүештә үҙе тарафынан килтерелә йәки sovet.str@mail.ru электрон почтаһына йүнәлтелә ала. Мөрәжәғәттәр Советтың ойоштороу бүлексәһенә килә. Шулай уҡ мөрәжәғәттәр Совет депутатының исеменә туранан-тура рәсми сайтта күрһәтелгән реквизиттарҙағы адресҡа ебәрелә ала. “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) социаль селтәрендә “Стәрлетамаҡ ҡала Советы” рәсми төркө-мө булдырылған, унда яңылыҡтар, фотоальбомдар, белдереүҙәр һәм депутаттарҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәр урынлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡала Советы граждандарҙың проблемаларын хәл итеү һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү маҡсатында мөрәжә-ғәттәр менән эш итеүгә тейешенсә иғтибар бүлә.
Илшат ҠОТЛОШИН,
ҡала Советы депутаты.