– Иҡтисадтан алып туризмға тиклем күп ҡырлы бурыстар ҡуйылды бөгөн. Ғаилә ипотекаһын дауам итеү, йәш ата-әсәләргә булышлыҡ итеү, педагогтарға федераль кимәлдә эш хаҡын арттырыу, БДИ-ны тапшырыуҙы ябайлаштырыу һәм башҡа ыңғай күренештәр – былар барыһы ла илбеҙ граждандарының йәшәү кимәлен күтәрәсәк.
Президент муниципаль властарҙың халыҡҡа иң яҡын звено икәнлегенә баҫым яһаны. Дәүләт Башлығының 2025 йылда ил кимәлендә балалар баҡсаларында капитал ремонт эштәре башланыуы тураһында әйтеү ҙур өмөттәр бирә. Стәрлетамаҡта беҙ ике йыл эсендә бихисап балалар баҡсаһының биләмәләрен тәртипкә килтерә алдыҡ, шул иҫәптән, юлдар ремонтланды. Ә бына биналар үҙҙәре капиталь ремонтҡа мохтаж, сөнки ҡайһы берҙәре әле совет заманында уҡ төҙөлгән булған – шуға беҙ был программаның тормошҡа ашыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.
“Мәктәп системаһын модернизациялау” программаһы буйынса беҙ өс мәктәпте ремонтлап өлгөрҙөк тә инде, быйыл тағы алты мәктәп яңырасаҡ. 2023 йылға тиклем бөтә мәктәптәрҙә лә капитал ремонт эшләнәсәк.
Президент байтаҡ башланғыстар еткерҙе – уларҙы федераль үҙәк, төбәктәр һәм муниципалитеттар бергәләп халыҡ тормошон яҡшыртыуҙа башҡарып сығырға тейешбеҙ! – тине Рөстәм Фәрит улы.