Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2024, 11:44

1 март- Башҡорт ғаиләһе көнө!

Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Был донъяға яңы кешене ғаилә ҡаршы ала, ҙур тормош өсөн, яңы ғаилә өсөн тәрбиәләй. Ғаилә йылыһы кемгә лә бик кәрәк. 

1 март- Башҡорт ғаиләһе көнө!
1 март- Башҡорт ғаиләһе көнө!

Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ;

Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ;

Ғаилә - ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ;

Ғаилә - ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ;

Ғаилә - ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәт;

Ғаилә - ул табышмаҡ, борсоу һәм мәшәҡәт;

Ғаилә - ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт;

Ғаилә - ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт;

Ғаилә - ул беренсе аҙымдар;

Ғаилә - ул байрам, күңелле сығымдар;

Ғаилә - ул тормош, үпкә һәм талаштар;

Ғаилә - ул бер фән, күп төрлө ҡараштар;

Ғаилә - ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк;

Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек.

Автор:
Читайте нас