Башҡортостан Республикаһында 11 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы һайлаусыларға тауыш биреү алымдары, теркәлгән кандидаттар тураһында һөйләйәсәк, һайлау участкаларының ҡайҙа урынлашыуы хаҡында мәғлүмәт, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
25 февралгә ҡарата “ИнформУИК” вәкилдәре республикалағы йорт хужалыҡтарының 62,5 процентын йөрөп сыҡҡан, 1 миллион 549 мең һайлаусы менән аралашҡан.
“Һайлауға бараһығыҙмы?” тигән һорауға халыҡтың 89 проценттан ашыуы ыңғай яуап биргән. Уларҙың 13 проценты өйҙә тауыш бирергә теләгән, ҡалғандар һайлау участкаһына барасағы тураһында әйткән.
Автор: "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто.