Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Март 2024, 08:40

Программаның тормошҡа ашыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ

Владимир Путиндың Федераль Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе хаҡында үҙенең фекере менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов бүлеште.

Программаның тормошҡа ашыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙПрограмманың тормошҡа ашыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ
Программаның тормошҡа ашыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ

– Иҡтисадтан алып туризмға тиклем күп ҡырлы бурыстар ҡуйылды. Ғаилә ипотекаһын дауам итеү, йәш ата-әсәләргә булышлыҡ итеү, педагогтарға федераль кимәлдә эш хаҡын арттырыу, БДИ-ны тапшырыуҙы ябайлаштырыу һәм башҡа ыңғай күренештәр – былар барыһы ла илебеҙ граждандарының йәшәү кимәлен күтәрәсәк.

Президент муниципаль властарҙың халыҡҡа иң яҡын звено икәнлегенә баҫым яһаны. Дәүләт Башлығының 2025 йылда ил кимәлендә балалар баҡсаларында капиталь ремонт эштәре башланыуы тураһында әйтеү ҙур өмөттәр бирә. Стәрлетамаҡта беҙ ике йыл эсендә бихисап балалар баҡсаларының биләмәләрен тәртипкә килтерә алдыҡ, шул иҫәптән, юлдар ремонтланды. Ә бына биналар үҙҙәре капиталь ремонтҡа мохтаж, сөнки ҡайһы берҙәре әле совет заманында уҡ төҙөлгән булған, шуға беҙ был программаның тормошҡа ашыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.

“Мәктәп системаһын модернизациялау” программаһы буйынса беҙ өс мәктәпте ремонтлап өлгөрҙөк тә инде, быйыл тағы алты мәктәп яңыртыласаҡ. 2023 йылға тиклем бөтә мәктәптәрҙә лә капиталь ремонт эшләнәсәк.
Президент байтаҡ башланғыстар еткерҙе – уларҙы федераль үҙәк, төбәктәр һәм муниципалитеттар менән бергәләп халыҡ тормошон яҡшыртыуҙа башҡарып сығырға тейешбеҙ! – тине Рөстәм Фәрит улы.

Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:
Читайте нас