Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Март 2024, 05:40

МИН – ЯУГИР ҠАТЫНЫ!

...Уларҙы сәнғәт таныштыра. Янина Рәшит ҡыҙы ул мәлдә уҡытыусы булһа, Валентин Викторович сәнәғәт өлкәһендә эшләп йөрөй. Ә бына икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ була был пар. Шулай итеп, бал бейеүҙәре менән мауығып, үҙҙәренең туйҙарында бал бейеүен бейегәндәрен һиҙмәй ҙә ҡала Волочаевтар.

МИН – ЯУГИР ҠАТЫНЫ!МИН – ЯУГИР ҠАТЫНЫ!
МИН – ЯУГИР ҠАТЫНЫ!

– Төрлө яҡлап һәләтле ине Валентин, төрлө өлкә менән ҡыҙыҡһынды, бейене лә, йортобоҙҙо ла үҙ ҡулдарыбыҙ менән төҙөнөк. Ушу һымаҡ һуғыш төрө менән дә шөғөлләнде, балаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра алды, уларҙы бик яратты, – тип хәтер ебен һүтә Янина Рәшит ҡыҙы. – Өйләнешер алдынан тура итеп тәҡдим яһаманы, әммә мин уның барыбер “кейәүгә сыҡ” тип әйтергә теләгәнен аңланым. Аҙаҡтан ҡыуанып, “аҡыллым, һин барыһын да аңлап тораһың бит” тине...

Волочаевтар өс балаға ғүмер бирә. Башта Митрофан донъяға килә, өс йылдан туғандары Виктория менән ҡотларға килә, ә инде ғаиләлә төпсөк малай – Марат! Шулай ҙур ғаилә булдырып, гел бергә булып, гөрләтеп, шатланып йәшәп ятҡан ерҙә махсус хәрби операция башлана. Тәүге көндән үк ғаилә башлығы үҙенә урын тапмай, бер балаларына ҡарап ҡыуанһа, бер экрандан фашистарҙың Донбасс балаларын язалағанын күреп йөрәге әрней уның. Башта был хистәрен Валентин Викторович үҙенең шиғырҙарында баҫырға ынтыла (Валентиндың шиғриәте, тормошо тураһында гәзит биттәрендә яҙмабыҙҙы киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ), әммә йөрәге түҙмәй һәм бер көн Янинаһына өндәшә: “Аҡыллым, һин барыһын да аңлап тораһың бит...”

Ирҙе, балаңды һуғышҡа оҙатыу!.. Ошонан да ауырыраҡ һынау бармы ҡатын иңе өсөн?!. Әммә Янина Рәшит ҡыҙы үҙе лә был мәлгә хәрби хеҙмәт ветераны булып өлгөрә, нисек кенә ауыр булмаһын, Валентинының аҙымын бар йөрәге менән ҡабул итеп, уны яу яланына оҙата. Валентин Волочаев, һаулыҡ мөмкинлеге сикле булыуы арҡаһында, әрме хеҙмәтенә алынмаған була, әммә Ватаны алдында һынау килеп тыуғас, фронтҡа үҙе доброволец булып юллана.

– Араларҙы һирәк кенә була торған шылтыратыу минуттары бәйләне, әммә беҙ уйҙарҙа, йөрәктәрҙә бергә булдыҡ, әле лә беҙ бергә һымаҡ... – ҡатын кешенең күктәрҙә теркәлгән никахына тоғролоғона ишара!

...2022-сенең октябрь башы. Шылтыратыуҙар һирәгәйә, аңлай ҡатын, тегендә ҡаты яуҙар бара, шулай ҙа яҡшыға юрай ул, өмөт итә. Тик... Бер көн командирҙан шылтыратыу килә: “Валентин батырҙарса һәләк булды...” Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәндер ул мәлдә тол ҡалған ҡатын йөрәге, бер үҙе һәм Хоҙай белә.

Валентин Волочаевты, батыр улын Стәрлетамаҡ халҡы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты, ә ғаилә артабан ирһеҙ, атайһыҙ йәшәргә өйрәнергә тейеш!.. Нисек яратҡан кешеһеҙ йәшәргә? Нисек өс баланы атайһыҙ арҡалы итеп аяҡҡа баҫтырырға? Нисек артабан йәшәргә? Шул саҡтарҙа ҡатын мең уйға күмелә. Әммә... шул уйҙарға бирелеп ултырған мәлдәрҙең береһендә йәнә һөйөклө кешеһенең һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә яңғырап китә: “Аҡыллым, һин барыһын да аңлап тораһың бит...” Көслө рухлы Янина үҙен ҡулға алып, артабан йәшәргә кәрәк тигән ҡарарға килә. Улай ғына ла түгел, Башҡортостандың Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының урындағы бүлексәһен етәкләп, үҙе һымаҡ тол ҡалған ҡатындарға, улдарын һуғышта юғалтҡан әсәләргә, ағайҙарын-ҡустыларын юғалтҡан апай-һеңлеләргә, ғаиләләргә ярҙам итә. Хәҙер инде уның тормош мәғәнәһе – балаларын кеше итеү генә түгел, ә батырҙарыбыҙ ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә иғтибар күрһәтеү ҙә!

– Мин – яугир ҡатыны, бирешергә тейеш түгел! Ирҙәребеҙҙең батырлығы хаҡына, батырлығын данлап артабан да йәшәргә тейеш! – ти ҡыйыу ҡатын. Был еңел булмаған юлында Янина Рәшит ҡыҙына сабырлыҡ юлдаш булһын!..

Рәмил МАНСУРОВ.

Фото – ғаилә архивынан.

Автор:
Читайте нас