Шәхсән үҙем автоһәүәҫкәрмен, бына инде тиҫтә йылдан ашыу ҡала эсендә лә, оло юлда ла кинәнеп йөрөйөм. Әлбиттә, уға тиклем дә руль артында ултырған булманы түгел. Әле тыуған яғы Бөрйән районында йәшәгән йылдарҙа уҡ үҫмер ҡыҙ водитель булып эшләгән атаһының “УАЗ”игында ауыл урамдары буйлап елдерә торған ине. Уға тиклем йылға буйына мотоциклда бара торғайныҡ – арбалы “Днепр”ҙың руле артында – йәнә мин!
Шулай йәш саҡтан руль артында сынығып үҫтем, буғай. Шуғалыр ҙа оло юлда салонда ике бәләкәй бала менән ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып барғанда иҫке машинам йә батып, йә ватылып ултырғанда иларға, өшөргә, аптырарға тура килмәне, тәжрибә ярҙам итте. Минеңсә, водитель танытмаһы алып руль артына ултырғансы ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ тәжрибә тупларға тейеш, юлда бер-бер хәл булғанда ирҙәр гел янда булмай. Әле лә, тәжрибәнән сығып әйтәм, уңайлы сит ил машинаһында йөрөһәң дә, һәр саҡ юлда төрлө ваҡиғаларға әҙер булырға кәрәк.
Ир тигәндән, тормош иптәшем вахта ысулы менән эшләү сәбәпле, руль артында йыш ҡына үҙем йөрөйөм, уны аэропортҡа тиклем оҙатып ҡуйыу, ҡаршы алыу ҙа – уңайлылыҡ ҡына түгел, ғаиләбеҙгә ниндәйҙер бер кескәй генә бәхет өҫтәгән ышаныс та, һағыш та, таныш та булған күренеш һымаҡ.
Иң мөһиме... Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ, автоһәүәҫкәр булһынмы, ҡеүәтле техника менән идара итһенме, юлда ғына руль артында йөрөһөн, тормошта беҙ, гүзәл заттар, ҡурсалаусыһы, яратыусыһы, хөрмәт итеүсеһе булған пассажир сүрәтендә генә йөрөйөк!..
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА.
Фото – ғаилә архивынан.