Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Март 2024, 05:15

«МХО-нан һуң тормошто нығыраҡ ярата башланым»

Башҡортостан яугирҙәре нисек тыныс тормошҡа ҡайта

«МХО-нан һуң тормошто нығыраҡ ярата башланым»«МХО-нан һуң тормошто нығыраҡ ярата башланым»
«МХО-нан һуң тормошто нығыраҡ ярата башланым»

Район баҫмалары менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең тыныс тормошта нимә менән шөғөлләнеүе тураһында тарихтарҙы тупланыҡ.

Балаларҙы илһөйәрлеккә һәм яуаплылыҡҡа өйрәтә

Илдар Ғафаров Стәрлетамаҡта тыуған, Мәләүездә үҫкән, бөгөн Ҡариҙелдә йәшәй. Үҙе әйтеүенсә, ҡасандыр Ҡариҙел районының хозур тәбиғәтен күргән дә ғашиҡ булған.
«Көн һайын ошо матурлыҡҡа һоҡланам һәм урындағы халыҡтың уны күрмәүен күреп эсем боша. Үлем менән йәшәү сигендә булғандан һуң, ябай ғына нәмәләрҙең дә ҡәҙерен белә башлайһың, ваҡ ҡына шатлыҡтарға ҡыуанаһың», – тип һөйләгән ул «Ҡариҙел» гәзите хәбәрсеһенә.
Яугир Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт иткән, ә инде махсус хәрби операция башланғас, доброволец булып киткән. Алтынсы «Барс» һөжүм отряды составында отделение командиры булған, позывнойы – «Ҡариҙел». Яраланыу сәбәпле, тыныс тормошҡа ҡайтарылған.
Былтыр көҙҙән Илдар «Һеләүһен» хәрби-патриотик клубын етәкләй, балаларҙы башланғыс хәрби әҙерлеккә өйрәтә. «Мин уларҙы иң мөһим нәмәгә – яуаплылыҡҡа өйрәтергә тырышам. Психологтар әйтеүенсә, балала төп тәрбиә нигеҙҙәре 14-15 йәшкә тиклем һалына, шуға тиклем яҡшы сифаттар биреп өлгөрөү мөһим», – ти Илдар Ғафаров.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Нефтекама ир-егете Рафаэль Солтановтың түшен хәрби наградалар биҙәй:
Ҡаһарманлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Йәмәғәт тәртибен һаҡлаған өсөн», «Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы хеҙмәте өсөн», «Кавказдағы хеҙмәте өсөн» һәм башҡалар. Ул махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт итә, 2022 йылдың февралендә Киевтан 25 километр алыҫлыҡтағы «Антонов» аэродромын штурмлауҙа ҡатнаша.
Былтыр йәй контрактының ваҡыты тамамлана һәм Рафаэль Солтанов Нефтекамаға ҡайта. Йәштәрҙе башланғыс хәрби әҙерлеккә өйрәтеү менән шөғөлләнә, әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органында эшләй, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡый. Шулай уҡ Рафаэль Солтанов – Нефтекама ҡалаһы буйынса махус хәрби операция ветерандары советы рәйесе. Ул иптәштәре менән яуҙаштарының ғаиләләренә, ата-әсәләренә ярҙам итә, тип яҙа «Красное знамя» гәзите.

Риэлтор булып киткән

Нуриман районының Павловка ауылынан яугир Илдар Егоров хәрби хеҙмәттәге батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, был наградаһы уны, контракты тамамланыу сәбәпле, өйөнә ҡайтҡандан һуң, дүрт ай үткәс кенә килеп таба.
«Ҡыҙыл Шишмә – Нуриман» гәзите яҙыуынса, Егоров әрме хеҙмәтен флотта үтә. Артабан РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм, хәрби булараҡ, махсус операцияла ҡатнашырға теләк белдерә.
Әле Илдар тыныс тормошта үҙен табырға тырыша. Өфөлә күсемһеҙ милек һатыу буйынса агент булып эшләй, танылған риэлтор булып китергә хыяллана һәм киләсәккә матур пландар менән йәшәй.

Күперҙәр төҙөй

«МХО-нан һуң мин тормошто нығыраҡ ярата башланым», – тигән «Огни Агидели» гәзитенә биргән интервьюһында «Храм» позывнойлы яугир. Уның әйтеүенсә, МХО-ла иң ауыры – иптәштәреңде юғалтыу, башҡаһына өйрәнеп була. «Мине өйҙә һағыналар һәм көтәләр, тигән уй һәр ваҡыт күңелде йылытты, шулай уҡ башҡарған эшебеҙҙең хаҡ булыуы ышаныс өҫтәне», – ти ул.
Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, «Храм» төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры булып урынлашҡан, М-12 трассаһындағы күпер төҙөлөшөндә ҡатнаша.

Гуманитар ярҙам йыя

Шаран районынан Александр Бикмө­хәмәтов – һөнәре буйына программалаусы. Тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, интернет-компанияларҙа инженер булып эшләгән, ә инде 2022 йылдың көҙөндә Шайморатов батальоны составында үҙ ирке менән МХО-ға юлланған.
2023 йылдың майында Артемовск эргәһендәге алышта аяғы яралана. Ул әлеге ваҡытта реабилитация үтә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. «Мин районыбыҙҙағы яраланған яугирҙәргә ярҙам итәм, уларҙы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына, Ырымбурҙағы хәрби госпиталгә алып барам, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам күрһәтәм», – тип һөйләгән Александр «Шаран киңлектәре» гәзитенә.

«Ватан һаҡсылары» фондының филиалын етәкләй

Тәтешле районынан Венер Сафин МХО-ға тәүгеләрҙән булып юллана. Уғаса Чечняла әрме хеҙмәтен үткән. Кавказда командировкала булған. МХО-нан ҡайтҡас, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән шөғөлләнгән «Ватан һаҡсылары» фонды­ның филиалын етәкләй башлаған.
Венер гуманитар ярҙам туплап оҙатыу эшенә туранан-тура булышлыҡ итә.
«Түҙмәнем, гумконвой менән үҙем дә бер нисә тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайттым. Хәрби дуҫтарымды күреү, уларға кәрәкле әйберҙәрҙе үҙ ҡулым менән тапшырыу теләге көслө булды», – тигән Венер «Тәтәшле хәбәрсеһе» гәзитенә биргән интервьюһында.

Путин МХО ҡатнашыусыларын ысын элита тип атаны

Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы ысын элита тип атаны. Ул билдәләүенсә, тап шундай кешеләр мәғариф системаһында алдынғы позицияларҙа булырға, дәүләт компанияларын, бизнесты етәкләргә, төбәктәр һәм предприятиелар менән идара итергә тейеш. Ошоға бәйле дәүләт Башлығы МХО ҡатнашыусыларына арналған «Геройҙар дәүере» программаһы тураһында иғлан итте. Ул «Губернаторҙар мәктәбе» һәм «Рәсәй лидерҙары» конкурсы тәжрибәһендә төҙөлә. Программа 1 мартта башланды, унда юғары белемгә һәм идара итеү тәжрибәһенә эйә ветерандар һәм хәрбиҙәр ҡатнаша ала. Ғаризалар «Время-героев.рф» сайтында ҡабул ителә.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас