Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Марта 2024, 12:23

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

2024 йылдың 15 мартында көндөҙгө сәғәт өскә Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21,02% тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡанБашҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан
Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

Балтас һәм Миәкә райондарында һайлау участкаларында был күрһәткес 40% күберәк, 10 муниципаль районда иһә 30 % ашыу тәшкил иткән. Бында һүҙ Әлшәй, Асҡын, Благовар, Йәрмәкәй, Ерәнсура, Илеш, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Федоровка һәм Яңауыл райондары хаҡында бара.

«Өфөлә халыҡтың күбеһе Калинин (27,70%), Совет (20,51%) һәм Дим (20,18%) райондарында тауыш биргән», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-03-15/bash-ortostanda-r-s-y-prezidentyn-aylau-a-haly-ty-21-atnash-an-3684242

 

Автор:
Читайте нас