«Һайлаусылар күп. Ҡайһы бер урындарҙа хатта сираттар барлыҡҡа килә. Был күренеш Нефтекамала, Өфөлә, Күмертауҙа, башҡа муниципалитеттарҙа күҙәтелә. Тауыш биреүҙә айырыуса өлкән быуын әүҙем ҡатнаша», - тип билдәләне ул.
Ҡайһы бер ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре һайлауға күмәкләп килгән. Мәҫәлән, Роспотребнадзор идаралығы коллективы етәкселәре Анна Казак менән эш көнө башланыр алдынан уҡ үҙ бурысын үтәгән.