Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Марта 2024, 09:05

Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!

Һайлау барышында тауыш бирергә килеүселәр араһында үҙенсәлекле алым менән был эшкә ҡарағандар айырылып тора. Кемдер тотош ғаиләһе менән килә, кемдер йорт хайуанын да килтергән, кемдер шиғыр һөйләй, бәғзеләр туй мәжлесен туҡтатып тороп килеп еткән.

Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!
Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!

Шул уҡ ваҡытта кейемдәре буйынса ла һоҡланырлыҡ һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ һайлаусылар булған. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлфиә Ноғоманова милли күлдәк кейеп килгән һайлау участкаһына.

“Был аҙымым ниндәйҙер хайп өсөн түгел, ә ошо сүрәттә килеү беҙҙең ил киләсәген билдәләү милли мәҙәниәт, милләт-ара татыулыҡ үҫешен дә күҙаллағанын иҫкә төшөргөм килде”, - тип белдерҙе уҡытыусы.

Әйткәндәй, Гөлфиә ханым бюллетенды ла башҡорт телендәгеһен һайлаған. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ошондай күренештәр аша ла күтәрелгәне һоҡландырғыс.

Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!
Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас