Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Март 2024, 07:15

“Елдереп килеп еттек!”

Кемдер быйыл Рәсәй Президенты кандидаттары өсөн тауыш биреү генә түгел, ғөмүмән һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Ә бына өлкән быуын вәкилдәре өсөн әлеге ваҡиға күптән таныш күренеш. Ҡасандыр улар совет депуттатарын һайлауҙа ҡатнашҡан, ил етәкселеге, урындағы депутаттар өсөн тауыш биргән, бөгөн иһә йәнә киләсәккә Рәсәй Президентын һайлай.

“Елдереп килеп еттек!”“Елдереп килеп еттек!”
“Елдереп килеп еттек!”

Ольга һәм Николай Кожевников ғүмерен Стәрлетамаҡҡа бағышлаған өлкән пар. Николай Сергеевич 87-се йәшен ваҡлаһа, Ольга Фёдоровнаға 81 йәш тулған. Бөгөн был матур пар йәш быуындан хөрмәт күреп, яҡшы шарттар көтөп йәшәр йәштә. Әммә улар көтөп ятҡандарҙан түгел, һәр саҡ тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә тырыша, әүҙемдәр. Бөгөн дә һайлау участка ағзалары өйгә килер әле, көтәйек, әбей (бабай), тип ятмағандар үҙҙәре килгән. “Үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә күнеккәнбеҙ, үҙ аяғыбыҙ, үҙ күҙебеҙ барҙа, өйҙә ятып булмай, бына елдереп килеп тә еттек әле!” – тип ҡыуана улар тормошҡа. Бындай һоҡланғыс пар “минһеҙ ҙә һайлайҙар ул”, “ваҡыт әрәм итеп йөрөгәнсе” ишеләргә үрнәк булып тора! Афарин, Николай Сергеевич, рәхмәт, Ольга Фёдоровна!

“Елдереп килеп еттек!”
“Елдереп килеп еттек!”
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас