Йүнел производствоһын киңәйтергә ниәтләй. 2023 йылдың декабрендә ул Иглин районы хакимиәтенә консультация һорап мөрәжәғәт иткән. Тейешле ярҙам алғас, эшҡыуар адреслы социаль ярҙам юллау өсөн документтар тапшырған. Кәримов ошо 350 мең һум аҡсаға яңы заманса станоктар, ағас эшкәртеү ҡорамалдары һатып алған.
Хәҙер эшҡыуарҙың үҙ бренды бар. Оҫтаның яһаған әйберҙәрен маркетплейстарҙа һатып алырға була. Ул артабан үҫешеү, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ниәте менән йәшәй.
https://t.me/business_sherif_rb