Тәрән фекерле талымһыҙ ғалимә
Өфөләге 1-се мәктәп-интернатты (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы) тамамлаған Рәмзәнә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Республика гәзит-журналдарында йәш хәбәрсе булып танылған, төрлө конкурстарҙа еңгән ижадсы “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә ҡанаттарын нығыта, шиғриәт донъяһына ныҡлап аяҡ баҫа. Ауылда педагогик хеҙмәт юлын башлаған талантлы уҡытыусы артабан 1978-1987 йылдарҙа Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы мәктәптәрҙә уңышлы эшләй. 1987 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) эшкә саҡырыла. 1995 йылда Мәскәү ҡалаһындағы Милли мәғариф проблемалары институтында кандидатлыҡ, 2009 йылда Башҡорт дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2000 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә эйә була. 2010-2022 йылдарҙа БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында профессор вазифаһын башҡара.
Үрҙә әйтелеүенсә, профессор Рәмзәнә Абуталипованың ғилми эшмәкәрлеге иң әүәл педагогика йүнәлешендә башлана, тап шул йылдарҙа был уҡыу йортонда башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһы фәне сәскә ата, ошо өлкәнең үҙәгенә әйләнә. Йәш ғалимә ең һыҙғанып эшләй. Бөгөн педагог-ғалимәнең инде 300-ләп ғилми мәҡәләһе төрлө баҫмаларҙа донъя күргән. Иң әүәл, әлбиттә, улар башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһына, балаларҙың йәшенә бәйле психологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, уларҙы уҡытыу процесында нисек итеп ҡуллана белеү мәсьәләләренә арналды. Ғилмиәте үҫә һәм тәрәнәйә барҙы, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фәнни һығымталары айырым китап-дәреслектәр, методикҡулланмалар, русса-башҡортса һүҙлектәр булып ташҡа баҫылды. Бөгөн ошондай хеҙмәттәрҙең дөйөм һаны егерменән ашыу тип әйтеү генә еңел, улар ғалимәнең көндәлек тормошо, йәшәү рәүеше, алһыҙ-ялһыҙ үткән байтаҡ йылдарының һөҙөмтәһе.
Профессорҙың барлыҡ фәнни хеҙмәттәре менән танышып барған телсе әҙәбиәтсе булараҡ шуны әйтә алам: ғилми мәҡдәлә булһынмы, методик күрһәтмә, йәки рецензия булһынмы, ул хеҙмәттәргә ғилми тәрәнлек, тикшеренеүҙең объекты, предметы аныҡ билдәләнеү, эҙләнеүҙәр ысулы, тейешле һығымталарға килеү, ғилми мөхитте ҡыҙыҡһындыра алыу кеүек мөһим фәнни күренештәр хас. Ә уның шул мәҡәләләр, фәнни фекер-тәҡдимдәре менән ҙур аудиторияларҙа сығыш яһауын күрһәгеҙ – үҙе башҡорт ғилмиәтенең бер ҡаҙанышы булырҙай күренеш ул. Кемдән өйрәнгәнме – остаздарынан. Кандидатлыҡ дссертацияһын ул Мәскәүҙәге танылған ғалимә Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова етәкселегендә, ә докторлыҡты академик Марат Вәлиулла улы Зәйнуллинда, БДУ диссертациялар яҡлау советында, уңышлы яҡланы. Совет ултырышында шәхсән ҡатнашыуым, сығыш яһауым, һуңынан диссертация монография булып донъя күргәс, рецензия яҙыу, “Башҡортостан” гәзитендә донъяға күрһәтеүем, моғайын, ҡанатлы һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ бирәлер, тим.
Талымһыҙ ғалимә бөгөн ике фәнни йүнәлештә әүҙем эшләй: педагогияла туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы, заманса дәрес проблемалары менән “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында даими сығыш яһай, ошо баҫманың редколлегия ағзаһы булыуы күпте һөйләй. Ул, Педагогия һәм ижтимағи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), 2014-2022 йылдарҙа Рәсәй ғилми фонды эксперты, 2013-2022 йылдарҙа Рәсәй фундаменталь фәндәр фонды эксперты булараҡ, күп һанлы эштәр башҡара. Ғалимәбеҙ 2012 йылда Рәсәй гуманитар фәндәр фонды грантына уҙғарылған конкурста еңеп, шуның иҫәбенә монография яҙҙы.
Йәшен-ҡолон, йәшен-толпар...
Уҙған быуаттың 60-сы йылдар уртаһында “Башҡортостан пионеры” гәзитендә Рәмзәнә Абуталипова исемле ҡыҙҙың мәктәп хәбәрҙәре, шиғырҙары баҫылып сыҡһа, ун йәшендә шиғыр баҫтырған Рәмзәнә Абуталипова һуңғараҡ күренекле шағирә булып үҫеп китте, шиғриәттең иң ҡатмарлы өлкәһенә – балалар әҙәбиәтенә тартылды. Татарстандың халыҡ шағиры,яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың бер тос фекере бар: “Башҡорт әҙәбиәтендә лә, татар әҙәбиәтендә лә балалар өсөн яҙғандар күп, ләкин балалар яҙыусылары бик аҙ. Улар бармаҡ менән һанарлыҡ”. Минең үҙемә халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованы, бынан биш йыл әүәл, балалар әҙәбиәте классигы тип атау насип булды. Бөгөн, бармаҡ менән һанай башлаһам, Рәмзәнә Абуталипова исеменә туҡталам, сөнки ул балалар өсөн ана күпме китаптар авторы: “Әнисә, йәшең нисә?” “Асыуланма, Сыбарҡай”, “Яҙ һөйөнсөһө”, “Сиңерткә йәшенмәк уйнай”, “Мин үҫәм!”, “Бесәй быйма эсендә”. Ә бит уларҙа күпме шиғыр-күстәнәс кескәйҙәребеҙгә! Республика матбуғатында шағирә ижады хаҡында өс тиҫтәгә яҡын әҙәби тәнҡит, рецензиялар донъя күреүе үтә ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Ирек Кинйәбулатов Рәмзәнәләге таланттың инеш башын өләсәһе Рабиға инәйҙән, ти. Ул Ғафури районы Баҡраҡ ауылы мәҙрәсәһенән Фазлетдин хәлфә ҡыҙы булған. Уҡымышлы хәлфә Мәжит Ғафуригә фарсы теленән дәрес биргән тарихи шәхес. Рабиға инәйҙең ҡыҙы Рәшиҙә апайҙың халыҡ йырҙарын башҡарыуын үҙемә лә ишетеүҙәр насип булды. Ә балалар шағирәһе булып китеүе сәбәптәрен шағирә үҙе былай тип аңлата: “Атайым Әсхәт Әхмәтгәрәй улы шул тиклем шиғри күңелле, алсаҡ, изгелекле кеше булды һәм мөкиббән китеп әҙәбиәтте яратты. Һуңынан, дәреслектәр яҙғанда балалар өсөн тематик һүҙҙәр ҡулланылған дүрт юллыҡ шиғырҙар бик кәрәк булды һәм уларҙы күп саҡ үҙем ижад иттем...” Балалар әҙәбиәте, һис шикһеҙ, авторҙан кескәйҙәрҙең, башланғыс класс уҡыусыларының йәш психологияһын, телмәрен, образлы фекерләү үҙенсәлеген белеүҙе талап итә. Рәмзәнә Абуталипова ижадында был һәләт күҙгә тәү ҡарауҙан уҡ бәрелеп
ята: шиғырҙарға теүәл ритмика, өндәр ауаздашлығы хас, тиҙ хәтерҙә ҡалыу, көслө хис-тойғо һәм баланың аңын, фекерләүен, телмәрен, эске донъяһын байытыуға йүнәлтелгән тәрбиә өлгөһө, педагогик маҡсат. Әлбиттә, һүҙ оҫтаһы тик сабыйҙар өсөн
генә ижад итмәй, уның өлкән аудиторияға тәғәйен бынамын тигән гражданлыҡ һәм философик мотивтар менән һуғарылған бай ижады бар. Мәҫәлән, “Ғүмер миҙгелдәре” шиғыры йәшәйешкә, кеше ғүмеренең миҙгелдәренә, ғүмер мәғәнәһенә арналған
фәлсәфәүи йөкмәткеле уңышлы әҫәр. Унда “йәшен-ҡолон”, “йәшен-толпар” кеүек метафоралар ана шул ғүмер миҙгелдәрен уңышлы һынландыра, нишләйһең, ул миҙгелдәрҙең “рәхимһеҙ көҙө”, йәғни фекер-образ фанилыҡтың мәңге түгеллеген хәтергә төшөрә, уйландыра.
Изге әсә лә ул
Беренсе интернаттың бер класында ике йыл бергә уҡыған, береһе БДУ-ла, икенсеһе медицина институтында һөнәр алған йәштәр, яратышып донъя ҡора, татыу ғаиләлә алдағы юлдарҙа һынландырылған рухлы улдары Рөстәмгә ғүмер бүләк итә.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы һәм Рауил Ибраһим улы Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында бәхетле йәшәй, Рөстәмде кеше итә. Ул – хәҙер үҙе бынамын тигән илһөйәр, телһөйәр шәхес, ҡурайсы, шағир, химия белгесе һәм уңышлы эшҡыуар. Рауил Ибраһим улы,
арҙаҡлы табип, подполковник, ҡаты сырхап киткәс, изге әсә өҙгөләнде, юғалтыу ғазаптарын кисерҙе. ...Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла әлдә күңел йылытыр шиғыр бар! Үҙең “Ваҡыт-йомаҡ” исемле әҫәреңдә әйткәнсә, орсоғоң һәлмәк, әммә ырамлы әйләнһен, Әҙибә!
Изге әсә күңеленә тик яҡты уйҙар килһен, алдағы ғүмерҙә яҙылаһы шиғырҙарың, татлы ғазаптарға һалып, байтаҡ йылдар тыуа торһон!
Фәнзил САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты.