СӘХНӘ ҺӘМ ТОРМОШ
Уйнарға ине сәхнәлә...
Һыуҙа нисек балыҡ уйнай!
Һауаларҙа осҡан ҡоштай!..
Онотолоп сабый уйнағандай
Уйынсыҡтарынан туймай.
Уйнарға ине сәхнәлә...
“Булмаҫлыҡ”, - тип оноторлоҡ.
Булһын ине һинең уйын,
Ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ.
Быуаттарға һуҙылырлыҡ.
Уйнарға ине сәхнәлә...
Һоҡландырып тамашасынды!
Бағышланғас яҙмышыңды,
Тик бутама шул уйында,
Сәхнә менән тормошоңдо!
Уйнап була төрлө ерҙә,
Тормошоң еңел бирелһә...
Асылыңа тиҙ килерһең,
Күңелең нимәлер һиҙһә;
Хоҙай һынауҙарын бирһә...
ГАРМУНЛЫ ЙӘШЛЕК
Ҡулдарыма гармун алып
Сығам урам буйына.
Тып-тын ҡалған урамдарҙа
Моңая гармун ғына.
Әйҙә, моңлан, гармунҡайым
Күңел ҡылдарын сиртеп,
Йоҡлағандар уянһындар,
Йәшлек моңон ишетеп.
Ҡайҙа йәшлек, шунда гармун
Шунда йыр-моң, дәрт таша.
Күңелдән сыҡҡан хистәр
Быуаттарға тоташа.
ЙӘШӘ – ЙӨҘ ЙӘШӘ
Бик ауыр минуттар булһа ла,
Көтмәгән михнәттәр тыуһа ла,
Бул һәр саҡ янымда йәнәшә,
Йәшә һин, йөҙ йәшә, һин йәшә.
Күрәһең килмәгән саҡта ла,
Үпкәләп ут-һыуға ташлама.
Бул һәр саҡ янымда йәнәшә
Йәшә һин, йөҙ йәшә, һин йәшә.
Ҡояштай йылмайым торғанда,
Донъябыҙ шатлыҡҡа тулғанда,
Бул һәр саҡ янымда йәнәшә
Йәшә һин, йөҙ йәшә, һин йәшә.
Һағынып кит көтөп алғанда,
Ҡолас йәйеп мин һиңә барғанда,
Булайыҡ гел шулай йәнәшә
Йәшәйек еткереп йөҙгәсә.
ҠАТЫНЫМ ҮҘГӘРҘЕ
(Шаярыу)
Бармы икән был донъяла,
Ҡатын-ҡыҙҙың серен асҡан ирҙәр,
Ҡалдымы икән ер йөҙөндә,
Сере асылмаған ерҙәр...
Минең менән йәшәй торғас.
Ҡатын сәпсим үҙгәрҙе.
Элек зәңгәр күҙле ине,
Хәҙер әллә күгәрҙе.
Элек бит ул көләс, матур
Йылмайып торор ине.
Хәҙер яҡын барып булмай,
Өҙгөләп ташлар һине.
Элек бит ул йүгереп йөрөп
Мине ҡәҙерләй ине.
Хәҙер һанға ла һуҡмай,
Бейетә генә мине.
Кәүҙәһе лә ыҡсым ине,
Тал сыбыҡтай төҙ ине,
Хәҙер хатта ҡосаҡ етмәй,
Аптырата ул мине?!.
Ә тауышы һандуғастай
Көлөп һөйләшер ине.
Хәҙер уға ярап булмай,
Ҡотороп сыға ене.
Йылмайып өндәшеү бөттө,
Һәр бер һүҙе бойороҡ,
Артынан ҡалмай йүгерәм
Әйтерһең, мин ҡой(о)роҡ!
Әгәр белһәм ҡатын-ҡыҙҙың
Әйләнерен “звергә”,
Йәшәр инем мәңге буйҙаҡ,
Өйләнмәҫ инем бер ҙә!