Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Марта 2024, 11:57

АУТИЗМ СПЕКТОРЫ БОҘОЛҒАН БАЛАНЫ нисек уйынға әүрәтергә?

Уйын – баланың тәбиғи торошо, уның донъя, үҙ-үҙе менән танышыу ысулы. Әммә аутизм спектры боҙолоуы менән сирләгән балалар өсөн уйын ауыр эш булып китә. Һәм был ғәжәп түгел, сөнки айырым балаларға башҡаларҙы күҙәтеп өйрәнеү ауыр, сөнки улар башҡа балалар менән аралашырға һәм бергә уйнарға ынтылмай. Әммә, минең дефектолог булараҡ эш тәжрибәм күрһәтеүенсә, әгәр балаларҙы сенсор, мотор, телмәр һәм социаль күнекмәләрен киңәйткән объекттар һәм кешеләр менән аралашыуғаөйрәтһәләр, уларға был файҙа ғына!

АУТИЗМ СПЕКТОРЫ БОҘОЛҒАН БАЛАНЫ нисек уйынға әүрәтергә?АУТИЗМ СПЕКТОРЫ БОҘОЛҒАН БАЛАНЫ нисек уйынға әүрәтергә?
АУТИЗМ СПЕКТОРЫ БОҘОЛҒАН БАЛАНЫ нисек уйынға әүрәтергә?
Баланы тирә-яҡ донъяға ылыҡтырыу уйындарҙың һәм дәрестәрҙең төп бурысы булып тора. Ҡайһы берҙә баланың иғтибарын йәлеп итеү һәм уны уйынға әүрәтеү буйынса бөтә тырышлыҡтарыбыҙ бөтөнләй уңышһыҙ кеүек тойола. Әммә бындай һығытмаға беҙ үҙебеҙҙең фекерҙән сығып киләбеҙ. Ә аутизм менән сирләгән балалар типик реакциялар бирмәй. Шуға күрә беҙ, өлкәндәр, артыҡ тулҡынланыуҙан ҡасырға теләп, баланың уйынға йәки шөғөлгә әүрәү мөмкинселеген кәметәбеҙ. Ҡул ҡаушырырға ярамай.
 
Аутистарҙа нейрондар башҡаса эшләй. Улар хәрәкәт мәғлүмәтен шунда уҡ үҙгәртә алмай һәм башҡаларҙың уларҙы башҡарыуын күҙәтеп, хәрәкәттәрҙе ҡабатлай алмай. Был осраҡта балаға тәндең яңы хәрәкәттәрен үҙләштереүҙә, шул уҡ ваҡытта уларҙы таныштырыуҙа физик ярҙам итергә кәрәк. Мәҫәлән, туп менән уйнарға өйрәтеп (өҫкә ырғытырға, иҙәнгә һуғырға), баланың ҡулдарын үҙебеҙгә алабыҙ һәм бергәләп күнегеүҙәр башҡарабыҙ, мотлаҡ үҙ ғәмәлдәребеҙҙе әйтәбеҙ (“Өҫкә”, “Түбәнгә”).
 
Ул беҙҙе яҡшыраҡ аңлар өсөн аутизмлы бала менән нисек һөйләшергә һуң? Әлбиттә, ябай һәм асыҡ итеп. Ҡатмарлы конструкцияларҙы ҡулланырға кәрәкмәй. Бала беҙҙе аңлауы еңел булһын өсөн һөйләшергә кәрәк. “Туп бир!” тиер урынға: “Мин һинең миңә туп биреүеңде теләр инем” тип кенә әйтергә була. Беҙҙең телмәр баланы аңлау сиктәренә тура килергә һәм шул уҡ ваҡытта уларҙан бер аҙ ситләшергә тейеш. Мәҫәлән, әгәр бала бер һүҙле һөйләшә икән, ике һүҙҙән торған телмәрҙе ҡулланығыҙ һәм уны ҡабатларға өндәгеҙ. Һәр мөмкинлектән файҙаланып, бер үк ябай һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлағыҙ. Аутизмға психиканың бөтә өлкәләренең аномаль
үҫеше хас: интеллектуаль һәм эмоциональ өлкәләр, ҡабул итеү, моторика, иғтибар, хәтер, телмәр һәм башҡалар.
 
Бөтә балаларҙа ла аутизм спектры боҙолоуының бер нисә уртаҡ билдәһе бар: социаль адаптация ҡатмарлаша, бала үҙенең хис-тойғоларын белдерә алмай йәки башҡаларҙың хис-тойғоларын аңлай алмай; аралашырға теләмәй; эшкә һәләтлелеге түбән булыуы асыҡ сағыла. Бынан тыш, һәр баланың шәхси үҙенсәлектәре күҙәтелә, уларҙы ла эшендә иҫәпкә алырға кәрәк. Ғәҙәти булмаған шарттарҙа үҫкән бала борсолоу кисерә һәм илай, ҡысҡыра, йәшеренә һәм башҡаларға мәшәкәт тыуҙыра. Шулай уҡ уны еҫтәр, тауыштар, яҡтылыҡ, артыҡ хис-тойғолар борсой. Бындай осраҡтарҙа баланы ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡарырға мәжбүр итергә кәрәкмәй. Уның ҡуҙғыу сығанағын бөтөрөргә йәки тәьҫирен кәметергә тырышығыҙ. Беҙҙең үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәле булһын өсөн бер нисә махсус ҡағиҙә әҙерләргә кәрәк. Ауырыу бала уларҙы боҙорға маташҡанда, уға бындай ҡағиҙәләрҙең барлығын аңлатығыҙ. Моғайын, аралашыуҙың тәүге этаптарында аутистик бала һеҙҙең менән бәйләнештән бөтөнләй баш тартыр, ә бигерәк тә төркөмгә, бәлки, шәхси уйынға инергә теләмәҫ.
 
Шуға күрә, аутистик балалар менән эшләү өсөн уйындар тәҡдим иткәндә, мин уларҙы бары тик реаль мөмкинлектәрҙән һәм кәрәклектән сығып ҡына үткәрәсәгебеҙҙе күҙ уңында тотам. Бына бер нисә уйын, мин уларҙы дәрестәрҙә әүҙем ҡулланам. «Танау күрһәтегеҙ» уйыны. Уйындың маҡсаты: балаларға үҙ тәнен тойорға һәм аңларға ярҙам итеү. “Бер, ике, өс, дүрт, биш, беҙ уйнай башлайбыҙ. Ҡарап тороғоҙ һәм минең артымдан барыһын да ҡабатлағыҙ”, – тим. Тәүҙә мин тәнемдең өлөштәрен атайым, уларҙы үҙемдә күрһәтәм, ҡулдарымды уларға һалам.
 
Балалар минең артымдан хәрәкәттәрҙе ҡабатлай, тәндең аталған өлөштәрен күрһәтә. Шунан мин балаларҙы “бутай” башлайым: тәндең бер өлөшөн атайым, ә икенсеһен күрһәтәм. Балалар быны күрергә һәм хаталы хәрәкәттәрҙе ҡабатламаҫҡа тейеш. “Ҡояшлы ҡуян” уйыны. Маҡсат: иғтибарҙы үҫтереү. “Беҙгә ҡояшлы ҡуян ҡунаҡҡа килде. Уның ҡайҙалығын асыҡлағыҙ”. (Уҡытыусы фонарҙы ҡабыҙып, уның менән стенаға яҡтырта). Ә хәҙер ҡуян хәрәкәт итәсәк. “Уның нисек хәрәкәт итеүен иҫеңдә тот, һәм уның юлын һүрәтлә”, – ти уҡытыусы. Бала яҡтылыҡ таптарының хәрәкәтен күҙәтә, һуңынан ҡуяндың юл траекторияһын ҡағыҙға төшөрә. Фонарь урынына лазер күрһәткесе, ә ҡояшлы көндә көҙгө ҡулланырға мөмкин. Аутизм спектры боҙолоуы менән сирләгән балаларҙы социализациялауҙа төрлө йүнәлештәге сенсор уйындары айырыуса әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, буяуҙар менән уйындар ойоштороу. “Төҫлө һыу”, “Буяуҙарҙы ҡатнаштырыу”; һыу менән уйындар: “Һыу ҡойоу”, “Асыу – ябыу”, “Күл”; “Күбекле йоҙаҡ”; шәмдәр менән уйындар: “Усаҡҡа өрәбеҙ”; ярмалар менән уйындар: “Ярманы һибәбеҙ”; гәзит йәки журналдар менән уйындар: “Ҡоштар осто”. 
 
Йомғаҡлап шуны билдәләп үтергә теләйем: баланы йәмғиәткә ылыҡтырыу өсөн даими һәм яйлап, ныҡлы аҙымдар менән эшмәкәрлек алып барырға кәрәк. Аутизм спектры боҙолған балалар менән уйнағанда һәр ваҡ-төйәк нәмә мөһим, сөнки улар беҙгә һәр балаға индивидуаль ҡараш табырға ярҙам итә. Уҡытыусы-дефектолог булараҡ, үҙ эшмәкәрлегемдә балалар менән эшләүҙең комплекслы методикаһын ҡулланырға тырышам, был баланың үҫешенең ыңғай динамикаһына килтерә.
 
Евгения ҒӘЛИХАНОВА,
Күмертау ҡалаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең
Стәрлетамаҡ районы буйынса филиалы уҡытыусы-дефектологы.
Автор:
Читайте нас